• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров: «Туған телебеҙҙең киләсәге һеҙҙең менән беҙҙән тора» 14.12.19 13:18

    Радий Хәбиров: «Туған телебеҙҙең киләсәге һеҙҙең менән беҙҙән тора»

    14 декабрҙә «Торатау» конгресс-холында Радий Хәбиров республика район-ҡалалары ҡоролтайҙары рәйестәре менән осрашты.

    -Иң тәү сиратта башҡорт теле көнө менән ихлас ҡотлайым. Һеҙҙең менән осрашыуыма бик шатмын, – тине Радий Хәбиров. –Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы инициативаһын хуплап, Башҡорт теле көнөн барлыҡҡа килтерҙек. Был дата туған телебеҙҙе пропагандалау йәһәтенән мөһим әһәмиәткә эйә. Беҙ башҡорт телен яңы кимәлгә сығарырға тейешбеҙ. Ул һеҙҙең менән беҙҙән тора.

    Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары 2020 йылды «Башҡорт теле йылы» тип иғлан итергә теләүҙәрен белдерҙе, төбәк етәксеһе тарафынан был тәҡдим хуплау тапты. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар «Башҡорт теле аҙналығы» эстафетаһын үткәреү, мәктәпкәсә белем биреүҙе туған телдә ойоштороу, ауыл театрҙарын үҫтереү, йәштәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшенә йәлеп итеү кеүек һорауҙарҙы күтәрҙе.

    Радий Хәбиров Башҡортостанда полилингваль мәктәптәр селтәрен булдырыу тураһында бәйән итте. Демография мәсьәләһенә айырым туҡталып үтте. Шулай уҡ милли мәҙәниәтте һаҡлау маҡсатында башҡорт ырыуҙары парадын үткәреү тәҡдимен хупланы, милли көрәште үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленәсәген һыҙыҡ аҫтына алды.


    30 31 1 2 3 4 5
    6 7 8 9 10 11 12
    13 14 15 16 17 18 19
    20 21 22 23 24 25 26
    27 28 29 30 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки