• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәш ауыл уҡытыусыларына гранттар тапшырҙы 12.12.19 11:56

    Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәш ауыл уҡытыусыларына гранттар тапшырҙы

    12 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ауылда эшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар тапшырҙы.

    600 мең һумлыҡ грант алдынғы ҡарашлы йәш ауыл уҡтыусыларына булышлыҡ итеү өсөн булдырылды. Республика Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, 2019 йылдың 1 июленән йыл һайын конкурс нигеҙендә 100 грант тапшырыу ҡаралған. Әйткәндәй, 2020 йылда гранттар һанын 150-гә тиклем арттырыу күҙаллана. Уға ауыл ерендәге дөйөм белем биреү учреждениеһында ике йылдан күберәк эшләгән 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар дәғүә итә ала. Уҡытыусыларҙы муниципаль райондарҙың дөйөм белем биреү ойошмалары һәм мәғариф бүлектәре күрһәтә. Конкурста ҡатнашыу өсөн документтар Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығында ҡабул ителә.

    – Яңы объекттар төҙөү, мәктәптәрҙә заманса технологиялар индереү буйынса пландарыбыҙ ҙур, — тине республика етәксеһе. — 2020 йылдың февралендә уҡытыусылар берләшмәһе менән мәғариф системаһынының артабанғы үҫешен айырым ҡарарға тәҡдим итәм. Ауыл уҡытыусыларына ярҙам күрһәтеүгә килгәндә, уны дауам итәсәкбеҙ. Кәрәк икән, йәш ауыл уҡытыусылары өсөн гранттар һанын арттырырға әҙербеҙ.


    30 31 1 2 3 4 5
    6 7 8 9 10 11 12
    13 14 15 16 17 18 19
    20 21 22 23 24 25 26
    27 28 29 30 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки