• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Башҡортостан спортты үҫтереү буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәге тип танылды 12.12.19 23:24

    Башҡортостан спортты үҫтереү буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәге тип танылды

    Башҡортостан спортты үҫтереү буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәге тип танылды һәм Милли спорт премияһына лайыҡ булды. Мәскәүҙә лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһында юғары награда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа тапшырылды.

    Тәүгеләр иҫәбенә шулай уҡ Краснодар һәм Красноярск крайҙары инде, шулайҙа тауыш биреү йомғаҡтары һәм премияның эксперт советы баһаһы менән Башҡортостан ышаныслы еңеү яуланы. Конкурс һөҙөмтәһе буйынса, еңеүсе төбәккә Рәсәйҙең спорт министрлығынан бер миллион һум аҡса тапшырыла.

    Жюри ағзалары Халыҡ-ара балалар уйындарын үткәреү кимәленә юғары баһа бирҙе. Шулай уҡ республикала физик культура һәм күләмле спортты үҫтереү буйынса ҙур эш башҡарылыуы айырым билдәләнде.

    – Был – меңәрләгән тренер, физкультура уҡытыусылары, спортсылар, спорт ветерандары өсөн награда, – тине Радий Хәбиров. – Спортты күҙ уңында тотҡанда ике маҡсат беҙҙең өсөн үҙгәрешһеҙ ҡала. Беренсеһе – Рәсәй спортының бөйөклөгө. Икенсеһе – балалар һәм үҫмерҙәр өсөн заманса, уңайлы физкультура-һауыҡтырыу комплекстарында, бассейндарҙа, көрәш залдарында, футбол, хоккей майҙансыҡтарында шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырыу. Уларҙың һәләттәрен асырҙа ярҙам иткән яҡшы тренерҙар менән тәьмин итеү.


    30 31 1 2 3 4 5
    6 7 8 9 10 11 12
    13 14 15 16 17 18 19
    20 21 22 23 24 25 26
    27 28 29 30 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки