• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров легаль булмаған таксиҙарҙы тикшерергә ҡушты 02.12.19 11:06

    Радий Хәбиров легаль булмаған таксиҙарҙы тикшерергә ҡушты

    Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡала һәм төбәк-ара пассажир ташыусы легаль булмаған таксиҙарҙы тикшерергә ҡушты. Был хаҡта ул республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

    Темаға ҡайтанан туҡталырға мәжбүр иткән төп сәбәптәрҙең береһе – уҙған аҙнала Силәбе өлкәһендә теркәлгән авария. Юл-транспорт фажиғәһендә дүрт кеше һәләк була, өсәүһе – Сибай ҡалаһы кешеләре.

    Оператив кәңәшмәлә Өфөлә легаль булмаған пассажир ташыусылар туҡталыштары аныҡ билдәле, тип белдерелде. Төбәк етәксеһе махсус рейд үткәрергә, законһыҙ такси хужалары менән һөйләшергә һәм эштәрен рәсмиләштерергә кәрәклеген аңлатырға ҡушты. Эшҡыуарҙарҙың мотлаҡ лицензияһы, автомобилдең техник торошо тураһында документы булырға тейешлеген һыҙыҡ аҫтына алды.


    30 31 1 2 3 4 5
    6 7 8 9 10 11 12
    13 14 15 16 17 18 19
    20 21 22 23 24 25 26
    27 28 29 30 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки