• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең XIX Съезында ҡатнашты 23.11.19 19:01

    Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең XIX Съезында ҡатнашты

    23 ноябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең XIX Съезында ҡатнашты.
    Съезға дөйөм алғанда 2 000 кеше саҡырылғайны. Улар иҫәбендә ¬- фирҡә етәкселеге, партияның төбәктәрҙәге бүлексәләре һәм йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләре етәкселәре, Хөкүмәт вәкилдәре, губернаторҙар, Дәүләт Думаһы, Федерация Советы ағзалары, эксперттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистар.

    Съездың пленар ултырышында Рәсәй Президенты Владимир Путин сығыш яһаны. Ул фирҡә илде алға әйҙәүсе стратегик проекттар тирәләй йәмғиәтте тупларға тейеш тип белдерҙе.

    – «Берҙәм Рәсәй» – илдең иң ҙур һәм төп сәйәси фирҡәһе. Был статусҡа эйә булыуҙың сере ябай. Ул һәр ваҡыт ил һәм граждандар мәнфәғәтен беренсе урынға ҡуя, ҡатмарлы мәлдәрҙә үҙ иңенә яуаплылыҡ алыуҙан ҡурҡмай. Ил өсөн ҡатмарлы мәлдәрҙә ауыр мәсьәләләрҙе хәл итә. Ил, уның именлеге, тотороҡлоғо өсөн мөһим ҡарарҙар ҡабул итә, ҡайсаҡ улар һайлауҙарҙа тауыштар һанын юғалтыуға ла алып килә. Әммә партия сетерекле һорауҙарҙы хәл иткәндә ҡыҫҡа арауыҡта һөҙөмтә бирер популяр уңыштар тураһында ғына уйланып ҡалмай, һәр ваҡыт оҙайлы перспективаны күҙ уңында тотоп эш итә, – тине Владимир Путин. – Партияның төп бурысы – халыҡтың тын алышын белеп тороу, улар менән бергә булыу, мәсьәлә, һорауҙарға ваҡытында яуап биреү. Беҙ бары тик шундай юл менән генә үҙебеҙҙең партияның эшлеклелегенә ышанысты, лидер булыуына инанысты арттырасаҡбыҙ.

    Съезд һөҙөмтәһе буйынса Радий Хәбиров партияның Генераль советы составына инде.


    25 26 27 28 29 30 1
    2 3 4 5 6 7 8
    9 10 11 12 13 14 15
    16 17 18 19 20 21 22
    23 24 25 26 27 28 29
    30 31 1 2 3 4 5


    Открытая республика
    Ссылки