• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    «Башавтотранс» паркы яңырҙы 01.11.19 10:45

    «Башавтотранс» паркы яңырҙы

    1 ноябрҙә «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы өр-яңы 47 автобус алды. Күп кеше һыйҙырышлы «ЛиАЗ» һәм «НЕФАЗ» автобустары Өфө һәм Нефтекама ҡалаһы пассажирҙарын хеҙмәтләндерәсәк. Йәмәғәт транспорты заманса хәүефһеҙлек саралары, мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн махсус пандустар, шулай уҡ кондиционер һәм мәғлүмәт таблоһы менән йыһазландырылған.

    Предприятие водителдәренә автобус асҡыстарын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Ул был йүнәлештә эште артабан да дауам итергә кәрәклеген һыҙыҡ аҫтына алды. Әйтергә кәрәк, йыл аҙағына тиклем «Башавтотранс» предприятиеһына йәнә 49 «НЕФАЗ» автобусы һатып алынасаҡ.


    28 29 30 31 1 2 3
    4 5 6 7 8 9 10
    11 12 13 14 15 16 17
    18 19 20 21 22 23 24
    25 26 27 28 29 30 1


    Открытая республика
    Ссылки