• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Башҡортостанда 25 мең йорт хужалығы һанлы телевидение менән тәьмин ителгән 28.10.19 12:04

    Башҡортостанда 25 мең йорт хужалығы һанлы телевидение менән тәьмин ителгән

    Башҡортостанда 25 мең йорт хужалығы һанлы телевидение менән тәьмин ителгән. Был ил төбәктәре араһында иң юғраы күрһәткес. Ошо турала аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов белдерҙе.

    –    Һеҙҙең күрһәтмәгә ярашлы, айырым категорияға ҡараған граждандарҙы һанлы телевидение сигналы менән тәьмин итеү буйынса ҙур эш башҡарылды, – тине Борис Мелкоедов. – Бөгөнгә 7,4 мең гражданға дәүләт ярҙамы күрһәтелде. Спутник ҡоролмалары 5 464 йорт хужалығына урынлаштырылды, цифралы ҡушымта һатып алыу өсөн компенсацияны 1995 кеше алды. Ололарға, физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ирекмәндәр ярҙам итә. Был йәһәттән бөгөнгә 35 мең ғариза үтәлгән.

    Радий Хәбиров был тәңгәлдә эште артабан да дауам итергә ҡушты.


    28 29 30 31 1 2 3
    4 5 6 7 8 9 10
    11 12 13 14 15 16 17
    18 19 20 21 22 23 24
    25 26 27 28 29 30 1


    Открытая республика
    Ссылки