• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    «Торатау геопаркы» фән, мәғариф, экология, мәҙәниәт һәм туризм» автономиялы ойошмаһы барлыҡҡа килде 28.10.19 14:49

    «Торатау геопаркы» фән, мәғариф, экология, мәҙәниәт һәм туризм» автономиялы ойошмаһы барлыҡҡа килде

    Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коммерцияға ҡарамаған «Торатау геопаркы» фән, мәғариф, экология, мәҙәниәт һәм туризм» автономиялы ойошмаһын төҙөү тураһындағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы.

    Республика исеменән ойошманың учредителе булараҡ Башҡортостан Республикаһының туризм буйынса дәүләт комитеты һәм «Торатау» конгресс-холы сығыш яһай.

    Документҡа ярашлы, барлыҡҡа килгән үҙәккә ойошманың уставын әҙерләп раҫлатыу һәм Рәсәй Федерацияһы юстиция министрығының Башҡортостан буйынса идаралығында теркәү бурысы йөкмәтелгән.

    Бойороҡтоң үтәлешен Башҡортостан Башлығы хакимиәте контролдә тота.  


    28 29 30 31 1 2 3
    4 5 6 7 8 9 10
    11 12 13 14 15 16 17
    18 19 20 21 22 23 24
    25 26 27 28 29 30 1


    Открытая республика
    Ссылки