• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Өфө районына эш сәфәре 23.10.19 11:19

    Өфө районына эш сәфәре

    23 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Өфө районында булды.
    ***
    Михайловка ауылында төбәк етәксеһе йорт һәм офис йыһаздары етештереүсе «Өфө-мебель» компанияһында булды. Етештереү цехтарын, продукция өлгөләрен ҡараны, предприятиены үҫтереү мөмкинлектәре тураһында фекер алышты.
    ***
    Ошо уҡ ауылда Балалар туҡланыу комбинаты урынлашҡан. Өфө комбинаты күптән түгел элекке йылы гараж бинаһына күселелгән, бөгөн ремонт эштәре тамамланған, ҡорамалдар урынлаштырылған. Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров әйтеүенсе, уҡыу йылының икенсе яртыһынан балалар ошо цехта етештерелгән ризыҡ менән туҡлана башлаясаҡ. Республика Башлығы мәктәп туҡланыуы менән бәйле бөтә һорауҙарҙы муниципаль берәмек етәксеһе шәхси контролдә тоторға тейешлеген һыҙыҡ аҫтына алды.

    ***
    Дмитриевка ауылында Радий Хәбиров Затон ТЭЦ-ын ҡараны. Ике йыл элек сафҡа ингән объект хәҙерге Башҡортостандың энергетика тармағы тарихындағы иң эре  инвестиция проекты булып тора. Ойошманың генераль директоры Александр Симановский әйтеүенсә,  ТЭЦ файҙаланыуға тапшырылыу менән Өфөлә электр энергияһына ҡытлыҡ кәмегән, шулай уҡ ул башҡаланың яңы микрорайондарын йылылыҡ менән тәъмин итеүсе төп сығанаҡ булып тора.
    ***
    1934 йылда асылған «Йоматау» шифаханаһы – бай тарихлы дауалау учреждениеларының береһе. Йоматау ҡымыҙы һәм минераль һыуы Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә бик күп наградалар менән билдәләнә.
    Радий Хәбиров унда дауалау-диагностика корпусын ҡараны, ҡымыҙ тәмләне һәм урындағы етәкселәр менән шифахананы артабан үҫтереү мөмкинлектәре тураһында фекер алышып, һорауҙарҙы айырым кәңәшмәлә төплө өйрәнергә тигән ҡарарға килде.


    28 29 30 31 1 2 3
    4 5 6 7 8 9 10
    11 12 13 14 15 16 17
    18 19 20 21 22 23 24
    25 26 27 28 29 30 1


    Открытая республика
    Ссылки