• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләне 17.10.19 17:14

    Радий Хәбиров Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләне

    17 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы ултырышта ҡатнашты. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына республиканың юл-транспорт комплексына ҡараған предприятие етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре саҡырылғайны.

    Радий Хәбиров тармаҡ ветерандарын һәм хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләне, яуланған уңыштар менән ҡотлап, яңы хеҙмәт ҡаҙаныштары теләне, бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.

    ***
    Бөгөн шулай уҡ Бөрө-Тастүбә-Һатҡы автомобиль трассаһы төҙөлөшө сиктәрендә Ҡариҙел районында Өфө йылғаһы аша яңы күпер асылды.
    Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына тантаналы ваҡиғанан тура бәйләнеш ойошторолдо. Был күпер республика өсөн мөһим әһәмиәткә эйә. Сөнки ул Ҡариҙел районына ҡараған айырым ауылдарҙы район үҙәге менән йыл әйләнәһенә өҙлөкһөҙ транспорт бәйләнеше менән тәъмин итә, шулай уҡ төбәктең төньяҡ-көнсығышын Башҡортостандың үҙәк райондары менән тоташтыра.

    Күперҙең оҙонлоғо 328 метр, киңлеге – 9 метр. Ул заманса яҡтыртыу, таҙартыу һәм суднолар өсөн сигнализация ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Республиканың 100 йыллығына арнап 2016 йылда төҙөлә башлаған күпер ваҡытынан алда сафҡа тапшырылды. Проект хаҡы 4 млрд һум самаһы, сығымдар тулыһынса республика бюджетынан бүленә.

    Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юл һәм күпер төҙөүселәрҙе мөһим ваҡиға менән тәбрикләп, транспорт хәрәкәтенә старт бирҙе.
    Артабан тантаналы ултырышты сәнғәт оҫталары концерты дауам итте.


    28 29 30 31 1 2 3
    4 5 6 7 8 9 10
    11 12 13 14 15 16 17
    18 19 20 21 22 23 24
    25 26 27 28 29 30 1


    Открытая республика
    Ссылки