• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Өфөлә юл-транспорт фажиғәләре һаны кәмегән 07.10.19 12:08

    Өфөлә юл-транспорт фажиғәләре һаны кәмегән

    Башҡортостанда 2019 йылдың 9 айында, уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда юл-транспорт фажиғәләре 222 осраҡҡа кәмегән. Аварияла йәрәхәтләнеүселәр һаны – 6,4, һәләк булыусылар 19,7 процентҡа әҙәйгән. Был турала Республика Хөкүмәтендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Тимур Мөхәмәтйәнов белдерҙе.
    Юл-транспорт фажиғәләрендә һәләк булыусылар һаны буйынса Рәсәйҙең миллионлы ҡалалары араһында Өфө иң түбән күрһәткестәр буйынса алдынғы позицияны биләгән. Өфө юлдарында үлем осраҡтары ике тапҡырға кәмегән.

    - Юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән урынға шунда уҡ ведомство-ара комиссия сыға һәм урында үлемесле авария сәбәптәрен асыҡлай, артабан аныҡ саралар күрелә, – тине Радий Хәбиров. – Хәүефле биләмәләргә өҫтәмә юл билдәләре ҡуйыла, юл ҡатламы төҙөкләндерелә.

    Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, юл-транспорт фажиғәләре һанын кәметеүгә килтергән саралар рәтенә тағы ла юлдарҙа һәм йәйәүлеләр үткәүелендә өҫтәмә яҡтыртҡыс, светофорҙар урынлаштырыу, тиҙлек режимын теркәүсе фото- һәм видеокүҙәтеү ҡорамалдарын урынлаштырыу инә. Һөҙөмтәлә хәүефле урындарҙа юл-транспорт ваҡиғалары һаны бермә бер кәмегән.

    – Берҙәм эш алып барылған урындарҙа аныҡ һөҙөмтә бар, – тине Радий Хәбиров. – Өфө ҡалаһы – афарин. Юл-транспорт фажиғәләрен кәметеү буйынса илдә беренсе урынға сыҡты. Иң мөһиме кире тенденцияны туҡтата алдыҡ, ведомство-ара хеҙмәттәшлекте нығыттыҡ.

    Республика Башлығы артабан фото-, видеокүҙәтеү системаһы материалдарын ентекле өйрәнергә, шулай уҡ Туймазыла юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса күсмә кәңәшмә үткәрергә тәҡдим итте.


    1 2 3 4 5 6 7
    8 9 10 11 12 13 14
    15 16 17 18 19 20 21
    22 23 24 25 26 27 28
    29 30 1 2 3 4 5


    Открытая республика
    Ссылки

    Платформа обратной связи - пилотный проект

    Данная форма предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации пилотного проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи.

    *Не предназначена для приема обращений граждан в соответствии с Федеральным законом от 2 мая 2006  года № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации».