• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса федераль корпорацияның стратегик сессияһында ҡатнашты 25.09.19 17:57

    Радий Хәбиров Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса федераль корпорацияның стратегик сессияһында ҡатнашты

    25 сентябрҙә «Торатау» конгресс-холында Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса федераль корпорацияның күсмә стратегик сессияһы үтте. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм корпорацияның генераль директоры Александр Браверман ҡатнашты. Сара ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең V Кесе эшҡыуарлыҡ форумы сиктәрендә үтте.
    Конгресс-холл фойеһында  төбәк етәксеһе күргәҙмә һәм эшҡыуарҙар өсөн булдырылған онлайн ресурстар менән танышты.
    Стратегик сессияла түңәрәк өҫтәлдәр форматында проекттарға ярҙам инструменттары тәҡдим ителде. Ошонда уҡ Башҡортостанда тормошҡа ашырырға күҙалланған һәм федераль корпорация яғынан финанс ярҙамға дәғүә иткән инвестиция проекттары презентацияһы үтте.


    30 1 2 3 4 5 6
    7 8 9 10 11 12 13
    14 15 16 17 18 19 20
    21 22 23 24 25 26 27
    28 29 30 31 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки