• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров Владимир Спиваковты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне 17.09.19 20:31

    Радий Хәбиров Владимир Спиваковты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне

    17 сентябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Владимир Спиваков саҡыра...» фестивален асыу тантанаһы үтте.

    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров фестивалдә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләне һәм Рәсәйҙең Милли филармония оркестрының художество етәксеһе, СССР-ҙың һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Владимир Спиваковты 75 йәшлек юбилейы менән ҡотланы.

    – Залдағы тамашасылар, шәхсән үҙемдең һәм миллионлаған Башҡортостан халҡы исеменән Һеҙҙе күркәм юбилейығыҙ менән тәбрикләргә рөхсәт итегеҙ. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ижади ғүмер теләйем. Сәнғәт яратыусыларҙы оҙаҡ йылдар даһи ижадығыҙ менән һөйөндөрөргә яҙһын, – тине төбәк етәксеһе. – Владимир Теодорович, Һеҙгә йәш ижадсыларға күрһәткән хәстәрегеҙ, уларҙы донъя кимәлендә йондоҙ итеп балҡытыуығыҙ өсөн ысын йөрәктән оло рәхмәт.

    Хеҙмәтенә юғары баһа һәм ихтирам билдәһе итеп Радий Хәбиров Владимир Спиваковҡа Салауат Юлаев орденын тапшырҙы.

    – Күреүегеҙсә был орден йондоҙ формаһында. Был йондоҙ Һеҙҙе һәр саҡ тыуған республикағыҙға саҡырып торһон. Беҙ Һеҙҙең менән бәхетле! – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.


    28 29 30 31 1 2 3
    4 5 6 7 8 9 10
    11 12 13 14 15 16 17
    18 19 20 21 22 23 24
    25 26 27 28 29 30 1


    Открытая республика
    Ссылки