• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын үтәй башланы 19.09.19 10:42

    Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын үтәй башланы

    19 сентябрҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда Радий Хәбировтың Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын үтәй башлау тантанаһы үтте.

    Унда Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, республиканың элекке етәкселәре Мортаза Рәхимов һәм Рөстәм Хәмитов, Федерация Советы ағзалары һәм Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, Конституция, Арбитраж һәм Юғары суд судьялары, хоҡуҡ һаҡлау, федераль ведомстволарҙың төбәк органдары, муниципаль район һәм ҡала округы хакимиәте башлыҡтары, хеҙмәт коллективтары, йәмәғәт ойошмалары, традицион конфессия, фәнни һәм ижади интеллегенция вәкилдәре ҡатнашты.

    Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Радий Хәбировҡа Башҡортостан Республикаһы Башлығы танытмаһын тапшырҙы. Артабан Радий Хәбиров башҡорт һәм рус телдәрендә халыҡҡа, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияларына тоғролоҡ тураһында ант бирҙе:

    – Башҡортостан Башлығы вәкәләттәрен башҡарғанда Башҡортостан Республикаһының күп милләтле халҡына тоғро хеҙмәт итергә, Башҡортостан Республикаһы дәүләтселеген нығытырға һәм һаҡларға, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын үтәргә, кеше һәм гражданин хоҡуҡтарын һәм иркен гарантияларға ант итәм.

    «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең төбәк бүлексәһе тарафынан тәҡдим ителгән Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Башлығы һайлауҙарында 82,02 процент тауышын йыйып еңеү яуланы.


    30 1 2 3 4 5 6
    7 8 9 10 11 12 13
    14 15 16 17 18 19 20
    21 22 23 24 25 26 27
    28 29 30 31 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки