• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Түбәнге Новгородта «Мостай Кәрим» круиз лайнеры һыуға төшөрөлдө 11.09.19 16:58

    Түбәнге Новгородта «Мостай Кәрим» круиз лайнеры һыуға төшөрөлдө

    11 сентябрҙә Түбәнге Новгород ҡалаһында «Ҡыҙыл Сормов» заводында төҙөлгән PV300 лайнеры һыуға төшөрөлдө. Өр-яңы круиз лайнерына Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исеме бирелгән. Тантаналы сарала Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Түбәнге Новгород өлкәһе губернаторы Глеб Никитин, Берләшкән суднолар төҙөү корпорацияһы президенты Алексей Рахманов, Мостай Кәрим фонды директоры Әлфиә Кәримова, фондты ойоштороусы Тимербулат Кәримов һәм заказсы, төҙөүсе компания вәкилдәре ҡатнашты.

    – Яңы судно барлыҡҡа килеүе һәр саҡ иҫтәлекле күренеш. Бөгөн айырыуса мөһим ваҡиға. «Мостай Кәрим» – һуңғы 60 йылда беҙҙең ил заводында етештерелгән юғары класлы беренсе корабль. Уның артынан башҡалары ла төҙөлөр тип ышанам, – тине Игорь Комаров. – Был корабль заводта эшләүсе һәр белгестән юғары компетенция талап ителеүен күрһәтте. Яңы лайнер Башҡортостан Республикаһы заказы буйынса төҙөлдө һәм тантаналы сарала әле генә республика халҡының оло терәк-ышанысын тойған Радий Хәбиров та ҡатнаша. «Мостай Кәрим» - төбәк-ара бәйләнештәр һәм уртаҡ хеҙмәттәшлек һөҙөмтәлелегенең асыҡ өлгөһө.

    – Бөгөн беҙҙең өсөн оло байрам. Сөнки Мостай Кәрим исемен йөрөткән заманса круиз лайнеры һыуға төшөрөлә. Мостай Кәрим – көслө ихтыярлы шәхес, башынан аҙағына тиклем Бөйөк Ватан һуғышы юлын үтә, ҡаты яралар ала. Бер-нисә быуын өсөн аҡыл, ныҡлыҡ символы булып өлгөлө ғүмер кисерә, – тине Радий Хәбиров. – Хөрмәтле Түбәнге Новгород халҡы, миллионлаған яҡташтарым исеменән беҙҙең шәхесебеҙгә оло хөрмәт күрһәткәнегеҙ һәм Рәсәй суднолар төҙөү тарихын тергеҙеүгә ҙур өлөш индергәнегеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Әйҙәгеҙ бергәләп был лайнерға уңыштар, имен сәфәрҙәр теләйек. Изге юл, «Мостай Кәрим» !

    Заманса пассажир теплоходы Түбәнге Новгородтың «Ҡыҙыл Сормов» заводында 2017 йылдың яҙында төҙөлә башланы. Заводтың генераль директоры Михаил Першин әйтеүенсә, яңы лайнер дүрт-биш йондоҙло ҡунаҡханалар кимәлендә. Пассажирҙар өсөн бер-нисә ресторан, китапхана, конференциялар залы, спа-салон, өҫкө палубала ҙур асыҡ зона бар.

    Белешмә:

    «Мостай Кәрим» лайнерының техник характеристикаһы: ҡорос судноның оҙонлоғо - 141, киңлеге 16,82 метр. Кораблдең буйынан-буйына дүрт яруслы торлаҡ өҫҡорма. Теплоход заманса навигация ҡорамалдары менән тәьмин ителгән, тиҙлеген сәғәтенә 25,5 км тиклем үҫтерә ала.
    Лайнер 342 пассажирға иҫәпләнгән, улар өсөн «Стандарт» класлы 169 һәм «Люкс» класлы ике каюта ҡаралған.

    Судно йылға буйлап Мәскәү – Әстерхан, Мәскәү – Санкт-Петербург маршруты буйынса йөрөйәсәк, артабан Ладога һәм Онега күлдәренә сығыу, шулай уҡ Мәскәү – Ростовтағы Дон маршруты буйынса Волга-Дон суднолар каналы аша үтеү ҡаралған.


    30 1 2 3 4 5 6
    7 8 9 10 11 12 13
    14 15 16 17 18 19 20
    21 22 23 24 25 26 27
    28 29 30 31 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки