• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров  «Торатау» геопаркы проекты буйынса кәңәшмә үткәрҙе 09.09.19 15:57

    Радий Хәбиров «Торатау» геопаркы проекты буйынса кәңәшмә үткәрҙе

    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Торатау» геопаркы проектын тормошҡа ашырыу һорауҙарына арналған кәңәшмә үткәрҙе.

    Эшсе төркөм рәйесе М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының Мәҙәниәт иҡтисады, ҡала үҫеше һәм креатив индустрия үҙәге етәксеһе Сергей Капков. Ул геопарктың концепцияһы менән таныштырҙы.

    Геопарк Ишембай һәм уға сиктәш райондарҙа урынлашҡан 47 уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһын үҙ эсенә аласаҡ, 27-һе айырым һаҡ аҫтында торған биләмә. Улар иҫәбендә Торатау, Йөрәктау, «Красноусол» шифаханаһы, «Еҙем» тәбиғәт паркы. Планда «Маҡар» мәмерйә лабиринтын, «Хажы» археология паркын һәм Верхотор ауылында сәнғәт һәм һөнәрселек үҙәген асыу күҙаллана.

    Буласаҡ геопарк майҙаны 4,2 мең кв.м. Проект буйынса биләмәләр төҙөкләндереләсәк, туристик маршруттар һалына , уларҙың барыһын да берҙәм архитектура концепцияһы берләштерәсәк. Сентябрь аҙағында Испанияла Европа геопарктарының 15-се конференцияһы үтәсәк, проект шунда тәҡдим ителәсәк.

    – Һеҙҙең коллективҡа ҙур рәхмәт. Был күләмле һәм тарихи әһәмиәттәге эш, – тине Радий Хәбиров. – Аңлашыла, бөгөндән үк унда инвесторҙар килмәйәсәк. Сөнки, беренсе сиратта инфраструктура булдырыу мөһим. Аныҡ һөҙөмтә күренеү менән, мотлаҡ инвесторҙар барлыҡҡа киләсәк.


    28 29 30 31 1 2 3
    4 5 6 7 8 9 10
    11 12 13 14 15 16 17
    18 19 20 21 22 23 24
    25 26 27 28 29 30 1


    Открытая республика
    Ссылки