• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 10.09.19 14:28

    Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Андрей Назаровты Башҡортостан Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

    Белешмә:

    Назаров Андрей Геннадьевич 1970 йылдың 28 апрелендә Баймаҡ ҡалаһында тыуған. Сәйәсәт фәндәре кандидаты.

    1998 йылда Сибай ҡала Советы депутаты итеп һайлана.

    1998-2004 йылдарҙа Силәбе өлкәһенең Магнитогорский ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы вәкиллеген етәкләй.
    2001-2004 йылдарҙа – Башҡортостан сауҙа-сәнәғәт союзы идараһы рәйесе.

    2003 йылда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.

    2005 йылда Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарҙар ойошмалары ассоциацияһы рәйесе итеп һайлана.

    2006 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты эргәһендәге стратегик асыштар үҙәге рәйесе итеп тәғәйенләнә.

    2007-2011 йылдарҙа – Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты.

    2010 йылда «Эшлекле Рәсәй» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары итеп һайлана.

    2014 йылдан – «Эшлекле Рәсәй» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйестәше.


    26 27 28 29 30 31 1
    2 3 4 5 6 7 8
    9 10 11 12 13 14 15
    16 17 18 19 20 21 22
    23 24 25 26 27 28 29
    30 1 2 3 4 5 6


    Открытая республика
    Ссылки