• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы һайлауҙарында ҡатнашты 08.09.19 11:35

    Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы һайлауҙарында ҡатнашты

    8 сентябрҙә Өфөлә Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы һайлауҙарында ҡатнашты. Төбәк етәксеһе тормош иптәше менән «Башҡортостан» дәүләт концерт залында урынлашҡан 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе.

    Стенограмма:
    КОРР.: Радий Фәрит улы, һайлау участкаһына ниндәй кәйеф менән килдегеҙ? Һайлау кампанияһы барышын нисек баһалайһығыҙ?

    Р. ХӘБИРОВ: Был бик яуаплы көн. Шуға минең кәйефем байрамса тип әйтә алмайым. Беҙҙең өсөн был яуаплы ҙур эш. Беҙгә һайлауҙарҙы лайыҡлы кимәлдә ойоштороу мөһим. Беҙҙә 8 мең ауыл хакимиәте биләмәләре депутаттары һәм Республика Башлығы һайлана. Быға беҙ етди һәм яуаплы ҡарайбыҙ.
    Алдыбыҙға ҡуйған төп маҡсат – һайлау кампанияһының дөрөҫ, асыҡ, ҡануниәткә ярашлы үтеүен тәъмин итеү. Был йәһәттән эште ойоштора алдыҡ тип уйлайым. Ә һайлауҙарҙың һөҙөмтәһен бөгөн төндә беләсәкбеҙ.

    КОРР.: Ни өсөн һеҙ тап ошо һайлау участкаһында тауыш бирәһегеҙ?

    Р. ХӘБИРОВ:  Сөнки мин тап ошонда теркәлгәнмен һәм йәшәйем, был минең һайлау участкаһы.  

    КОРР.: Һайлау һөҙөмтәһе нисек булыр тип тулҡынланаһығыҙмы?

    Р. ХӘБИРОВ: Әлбиттә, тулҡынланам. Был тәбиғи. Мин һәр ваҡыт халыҡ фекере менән шаярырға ярамай тип әйтә киләм. Быға бик яуаплы ҡарарға кәрәк. Беҙ анализлап барабыҙ. Әлегә халыҡтың әүҙемлеге күҙәтелә һәм халыҡтың кәйефе байрамса.


    1 2 3 4 5 6 7
    8 9 10 11 12 13 14
    15 16 17 18 19 20 21
    22 23 24 25 26 27 28
    29 30 1 2 3 4 5


    Открытая республика
    Ссылки

    Платформа обратной связи - пилотный проект

    Данная форма предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации пилотного проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи.

    *Не предназначена для приема обращений граждан в соответствии с Федеральным законом от 2 мая 2006  года № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации».