• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Рәсәйҙең регби федерацияһы генераль директоры Станислав Дружинин менән осрашыу 03.09.19 13:33

    Рәсәйҙең регби федерацияһы генераль директоры Станислав Дружинин менән осрашыу

    3 сентябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәйҙең регби федерацияһы генераль директоры Станислав Дружинин менән осрашты. Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостандың регби федерацияһы президенты Александр Магилат ҡатнашты. Яҡтар төбәктә ошо спорт төрөн үҫтереү мөмкинлектәре тураһында фекер алышты.

    – Регби – мауыҡтырғыс спорт төрө, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ үҙебеҙҙә халыҡ-ара турнирҙар ҡабул итергә, республикала регби спортын үҫтереү өсөн мөмкинлектәрҙе өйрәнергә әҙербеҙ.

    – Башҡорт регби мәктәбе киләсәге өмөтлө, – тине Станислав Дружинин. – «Өфө» клубы Рәсәй турнирҙарында сығыш яһай. Бөгөн был спорт төрө менән Башҡортостанда әүҙем рәүештә 250 кеше шөғөлләнә.

    Федерацияның генераль директоры әйтеүенсә, регби спортын үҫтереү өсөн ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеү мөһим. Улар иҫәбендә спорт мәктәптәрендә регби бүлектәре асыу, күнекмәләр өсөн база булдырыу. Өфөнөң «Динамо» стадионы ҡулайлы тип баһалана, шунда уҡ 2020 йылда регби буйынса Европа чемпиондары кубогы этабын үткәрергә мөмкин буласаҡ.


    26 27 28 29 30 31 1
    2 3 4 5 6 7 8
    9 10 11 12 13 14 15
    16 17 18 19 20 21 22
    23 24 25 26 27 28 29
    30 1 2 3 4 5 6


    Открытая республика
    Ссылки