• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров «Һөт иле – 2019» фестиваленә барҙы 24.08.19 14:04

    Радий Хәбиров «Һөт иле – 2019» фестиваленә барҙы

    24 августа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Салауат Юлаев майҙаны һәм «Торатау» конгресс-холы янында йыл һайын ойошторолоп килгән «Һөт иле» ғаилә фестивалендә ҡатнашты.

    Республика етәксеһе ҡала халҡы менән аралашты, фестивалдең күңел асыу майҙансыҡтарын һәм күргәҙмә ҡараны, эре ауыл хужалығы предприятиелары тәҡдим иткән һөт продукцияһы менән танышты. Сараға 20-нән ашыу предприятие, кооператив һәм фермер хужалыҡтары килгәйне. Улар һөт продукцияһының киң ассортиментын тәҡдим итә. Быйыл «Һөт иле» фестивалендә беренсе тапҡыр «Ҡымыҙ бары»  ла эшләне.

    Республика етәксеһе һөт продукцияларын тәмләп ҡараны. Етештереүселәр менән аралашты, тауарҙарҙы һатыу баҙарын киңәйтеү маҡсатында федераль сауҙа селтәрҙәре менән хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләре буйынса фекер алышты.

    Белешмә:
    «Һөт иле» Бөтә Рәсәй фестивале Өфөлә 2011 йылдан алып үткәрелә. Ойошитороусылары – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте, Һөт етештереүселәр союзы һәм Башҡортостандың сауҙа-сәнәғәт палатаһы.


    27 28 29 30 1 2 3
    4 5 6 7 8 9 10
    11 12 13 14 15 16 17
    18 19 20 21 22 23 24
    25 26 27 28 29 30 31


    Открытая республика
    Ссылки

    Платформа обратной связи - пилотный проект

    Данная форма предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации пилотного проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи.

    *Не предназначена для приема обращений граждан в соответствии с Федеральным законом от 2 мая 2006  года № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации».