• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров: «Һөт етештереү йүнәлешендә беренсе булырға тырышасаҡбыҙ» 24.08.19 11:46

    Радий Хәбиров: «Һөт етештереү йүнәлешендә беренсе булырға тырышасаҡбыҙ»

    Радий Хәбиров «Һөт иле» фестиваленең эшлекле иртәнге ашында ҡатнашты. Ул республикала һөт продукцияһы баҙарын үҫтереү перспективаларына арналды. Сара «Россельхозбанк» акционерҙар йәмғиәте тарафынан ойошторолдо.

    Радий Хәбиров Башҡортостандың һөтсөлөк буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе булыуын һыҙыҡ аҫтына алды. Былтырғы йыл һөҙөмтәләре буйынса, Башҡортостанда 1,65 млн тонна һөт етештерелгән. Был йәһәттән ил буйынса икенсе урынды киләбеҙ.

    – Беҙҙең команда етди, ныҡышмалы эшләргә йыйына һәм икенсе урында ҡалыуҙы хуп күрмәй, – тине төбәк етәксеһе. – Был еңел булмаған маҡсат. Әммә сәмләнеп ярышыр дәғүәселәр булыуы яҡшы.Шуға ла беҙ беренсе булыу өсөн бөтә көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ. Бының өсөн бөтә мөмкинлектәр бар.

    Радий Хәбиров, атап әйткәндә, инвестициялар күләме артыуын һыҙыҡ аҫтына алды.Тәүге ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре буйынса, ул 113,6 процент тәшкил иткән. Республика һуңғы өс йылда беренсе тапҡыр инвестициялар күләме буйынса ыңғай динамикаға ирешкән.
    Республика етәксеһе Башҡортостандың агросәнәғәт комплексына аҡса һалырға, ошонда ҡалып эшләргә хәл иткән бөтә инвесторҙарға рәхмәт белдерҙе.

    - Башҡортостан – ҡеүәтле, көслө, эре аграр төбәк. Беҙ инвесторҙарға бында эшләү уңайлы булһын өсөн тырышабыҙ. Хөрмәтле инвесторҙар, әлегә беҙ һеҙҙең артығыҙҙан йүгерәбеҙ, ләкин тиҙҙән беҙҙең республикала эшләргә теләүселәрҙән сират барлыҡҡа килер тип ышанабыҙ. Шуның өсөн дә беҙҙең карапҡа ултырып ҡалыусылар отор тип уйлайбыҙ, — тине Радий Хәбиров.

    Башҡортостан етәксеһе шулай уҡ республикала һөт кухнялары селтәре тергеҙелеүе тураһында әйтеп үтте. Әлегә улар Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында эшләп килә.Йыл аҙағынаса ошондай уҡ үҙәктәрҙе Октябрьский, Сибай, Нефтекама һәм Белорет ҡалаларында асыу күҙаллана. Радий Хәбиров кухняларҙы юғары сифатлы һөт менән тәьмин иткәндәре өсөн предприятиеларға рәхмәт белдерҙе, махсус продукцияға ихтыяж артыуын һыҙыҡ аҫтына алды.

    Эшлекле иртәнге ашта ҡатнашыусылар Башҡортостанда һөт малсылығы тармағын үҫтереү өсөн бөтә шарттар тыуҙырылыуын билдәләне. Шул уҡ ваҡытта республикала етештереү ҡеүәттәрен арттырыу өсөн мөмкинлектәр ҙур тине улар. Башҡортостанда үҙ проекттарын тормошҡа ашырыусы эре инвесторҙар республика етәкселегенә күрһәткән ярҙам өсөн рәхмәт әйтте.


    26 27 28 29 30 31 1
    2 3 4 5 6 7 8
    9 10 11 12 13 14 15
    16 17 18 19 20 21 22
    23 24 25 26 27 28 29
    30 1 2 3 4 5 6


    Открытая республика
    Ссылки