• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров менән Станислав Черчесов «Өфө» – «Зенит» футбол матчын ҡараны 24.08.19 20:40

    Радий Хәбиров менән Станислав Черчесов «Өфө» – «Зенит» футбол матчын ҡараны

    24 августа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм футбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһы баш тренеры Станислав Черчесов Рәсәй Премьер-Лигаһының етенсе туры матчына – «Өфө» һәм «Зенит» (Санкт-Петербург) командалары осрашыуына барҙы. Уйын «Нефтсе» стадионында үтте һәм 1:0 иҫәбе менән хужалар файҙаһына тамамланды. Өфөләр беренсе тапҡыр Санкт-Петербуг клубы командаһын еңде.

    Футбол алдынан Радий Хәбиров менән Станислав Черчесов Өфө буйлап йәйәү үтте, улар формаль булмаған шарттарҙа республикала спортты үҫтереү мөмкинлектәре, шул иҫәптән Өфөгә яңы футбол стадионы кәрәкме тигән һорау тураһында фекер алышты. Республика етәксеһе әйтеүенсә, ул универсаль комплекс булырға тейеш, унда спорт ярыштары ғына түгел, мәҙәни сараларҙы ла үткәреү мөмкинлеген күҙ уңында тоторға кәрәк. Башҡа йүнәлештәр буйынса ла уйланыу мөһим, сөнки ҙур комплекс финанс яҡтан үҙ-үҙен аҡларға тейеш.
    Белешмә:

    «Өфө» футбол клубы «Башинформсвязь – Динамо» командаһы базаһында барлыҡҡа килә. Әлеге ваҡытта Рәсәй Премьер-Лигаһында сығыш яһай. 2017/2018 йылғы миҙгелде клуб алтынсы урында тамамланы, был команда тарихындағы иң яҡшы күрһәткес һәм ул «Өфө» клубына Европа Лигаһына квалификация үтергә форсат асты.


    28 29 30 31 1 2 3
    4 5 6 7 8 9 10
    11 12 13 14 15 16 17
    18 19 20 21 22 23 24
    25 26 27 28 29 30 1


    Открытая республика
    Ссылки