• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Ҡазанда WorldSkills донъя чемпионатын асыу тантанаһы үтте 22.08.19 23:38

    Ҡазанда WorldSkills донъя чемпионатын асыу тантанаһы үтте

    22 августа Ҡазанда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров WorldSkills стандарттары буйынса һөнәри оҫталыҡты асыҡлаған 45-се донъя чемпионатын асыу тантанаһында ҡатнашты. Чемпионатта донъяның 63 иленән 1300 белгес ҡатнаша, улар 56 компетенция буйынса көс һынашасаҡ. Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостан вәкиле лә бар. Сибай күп профилле колледжы студенты Илмир Сәйетбаталов ташты архитектур эшкәртеү йүнәлеше буйынса сығыш яһай.
    ***
    Тантана алдынан Радий Хәбиров Ҡазандың үҙәгендә туристик һәм мәҙәни-тарихи биләмәне ҡараны. Боронғо татар слободаһының архитектура күренеше XVIII быуат аҙағын, XIX быуат башын сағылдыра. Татар интеллегенцияһы йорттары, мәсет, музейҙар айырым ҡыҙыҡһыныу уята. Ошо уҡ биләмәлә Ғ.Камал исемендәге татар академия театры урынлашҡан.
    «ИТ-парк» майҙанында  Башҡортостан етәксеһе страт-проекттарға ярҙам итеү мөмкинлектәре, шулай уҡ мәғлүмәти технологиялар йүнәлешендәге компаниялар эше менән танышты. Бөгөн был ИТ-паркта 140 резидент иҫәпләнә. Парк базаһында өҫтәмә һөнәри белем биреү буйынса ИТ-Академия эшләп килә.
    Татарстандың баш ҡалаһында Радий Хәбиров шулай уҡ «Аҡ Барс» көрәш һарайын ҡараны.
    ***
    Донъяуи әһәмиәттәге 45-се WorldSkills чемпионатын асыу тантанаһы «Ҡазан Арена» стадионында үтте. Байрам сараһында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев һәм WorldSkills International президенты Саймон Бартли ҡатнашты.
    Һөнәрмәндәр араһында донъя чемпионаты Татарстандың башҡалаһында 27 августҡа тиклем үтә. Төп ярыш майҙаны – «Ҡазан Экспо» күргәҙмәләр үҙәге.


    26 27 28 29 30 31 1
    2 3 4 5 6 7 8
    9 10 11 12 13 14 15
    16 17 18 19 20 21 22
    23 24 25 26 27 28 29
    30 1 2 3 4 5 6


    Открытая республика
    Ссылки