• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Республиканың бөтә район үҙәктәрендә лә Өфө менән транспорт бәйләнеше тергеҙелде 19.08.19 15:50

    Республиканың бөтә район үҙәктәрендә лә Өфө менән транспорт бәйләнеше тергеҙелде

    Республиканың бөтә район үҙәктәрендә лә башҡала менән транспорт бәйләнеше тергеҙелде. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән «Төҙөлөш һәм транспорт сәғәтендә» Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдерҙе.

    Ҡуйылған бурысты ғәмәлгә ашырыу өсөн «Башавтотранс» предприятиеһына әлегә 136 автобус һатып алынған. Ай аҙағынаса бәләкәй һәм урта класлы тағы ла 282 автобус һатып алыу көтөлә.
    «Башавтотранс» элекке маршруттарҙы ғына тергеҙеп ҡалманы, яңы йүнәлештәр ҙә барлыҡҡа килде. Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, пасажирҙар өсөн уңайлыҡ тыуҙырыу өсөн шәхси парктар менән һөйләшеүҙәр алып барыла һәм рейстар теҙмәһе оптимәлләштерелә.

    Төбәк етәксеһе «Алға» берҙәм транспорт картаһы менән ҡыҙыҡһынды.

    – 1 сентябрҙән «Башавтотранс»ҡа ҡараған Өфө маршруттарында бер сәғәтлек тариф ғәмәлгә индереләсәк. «Алға» берҙәм транспорт картаһы менән ҡулланыусы пассажир бер сәғәт эсендә бер билет менән икенсе автобусҡа ла ултыра аласаҡ. Ҡала буйлап бер-нисә тапҡыр автобусҡа күсеп ултырыусылар өсөн был бик уңайлы һәм отошло, – тине Тимур Мөхәмәтйәнов.

    Киләсәктә был тариф Өфөләге электр транспортында ла ғәмәлгә инәсәк, шул иҫәптән ҡала электричкаһында. Бынан тыш, яңы системаға ҡарата шәхси пассажир ташыусылар ҙа ҡыҙыҡһыныу белдерә.

    – Мин үҙемдең һорауҙарға аныҡ яуап алырға теләйем. Берҙәм тариф менән кем, ҡасан файҙалана башлаясаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Трамвай, троллейбус һәм ҡала электричкаһы бар, шәхси автобустар күп. Был картаға ҡушылыуҙың һуңғы датаһы – 31 декабрь.

    «Транспорт сәғәтендә» ҡатнашыусылар шулай уҡ «Ҡала электричкаһы» проекты буйынса фекер алышты. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Юланов әйтеүенсә, планда заманса туҡталыш комплекстары төҙөү. Беренсе сиратта «1629 саҡырым», «Спорт», «Парк», «Черниковка» и «Шаҡша» туҡталыштарын модернизациялау күҙаллана. Шулай уҡ ҡала яны поездары өсөн тариф сеткаһы ҡайтанан ҡараласаҡ. 3 сентябрҙән Дим-Шаҡша арауығында юл хаҡы 21 һум тәшкил итәсәк. Автомобиль, автобустарға ҡарағанда тимер юл транспортында ошо юлды үтеү күпкә тиҙерәк булыуын иҫәпкә алғанда, электричка пассажирҙары һаны артыр тип күҙаллана.

    – Проекттың өҫтөнлөктәре ҙур: тимер юл бәйләнеше ярҙамында Шаҡшанан Дим биҫтһенә 40 минутта барып етергә мөмкин. Бынан тыш мин йыл аҙағынаса «Алға» картаһын электричкаға ла индерегә тигән бурыс ҡуйҙым. Маҡсат – бер сәғәтлек тариф сиктәрендә пассажирҙар электричка һәм «Башавтотранс» автобусы менән дә файҙаланып өлгөрөүҙе тәьмин итеү, – тине Радий Хәбиров.


    28 29 30 31 1 2 3
    4 5 6 7 8 9 10
    11 12 13 14 15 16 17
    18 19 20 21 22 23 24
    25 26 27 28 29 30 1


    Открытая республика
    Ссылки