• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров республика август кәңәшмәһендә сығыш яһаны 16.08.19 15:40

    Радий Хәбиров республика август кәңәшмәһендә сығыш яһаны

    16 августа «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендә сығыш яһаны. Быйыл ул Милли проектты ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә барлыҡҡа килгән яңы мөмкинлектәргә арналды. Милли проект сиктәрендә Башҡортостанда 133 һанлы һәм гуманитар йүнәлешле белем биреү үҙәге булдырыла. Ауыл мәктәптәрендә технология, ОБЖ һәм информатика кабинеттары яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыла. 63 мәктәптә локаль селтәр һәм 2-шәр компьютер класы була, ә ике йыл дауамында республиканың барлыҡ мәктәптәрен киң форматлы интернетҡа тоташтырыла.
    - Беҙ Милли проект буйынса бөтә йөкләмәләрҙе үтәйбеҙ. Барыһы ла яҡшы. Бының өсөн бер генә миҫалға туҡталам. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ. Быйыл беҙ өр-яңы 21 мәктәп һәм 21 балалар баҡсаһы асасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Ихтыяж ҙур, шуға ла беҙ артабан да төҙөйәсәкбеҙ, шул иҫәптән республика бюджеты иҫәбенә.
    Төбәк етәксеһе үҙ сығышында белем биреү сифаты, тәрбиә, туҡланыу мәсьәләләренә туҡталып үтте. Буллинг, скулшутинг кеүек замана проблемаларына ҡаршы торорға кәрәклеген һыҙыҡ аҫтына алды. Үҫмерҙәргә һөнәр һайларға ярҙам итергә һәм һәләтле балалар менән эшкә ҙур иғтибар бүлергә ҡушты.
    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров кәңәшмә һуңында бер төркөм мәғариф алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.


    28 29 30 31 1 2 3
    4 5 6 7 8 9 10
    11 12 13 14 15 16 17
    18 19 20 21 22 23 24
    25 26 27 28 29 30 1


    Открытая республика
    Ссылки