• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    «Башавтотранс» предприятиеһына өр-яңы 110 автобус тапшырылды 09.08.19 11:29

    «Башавтотранс» предприятиеһына өр-яңы 110 автобус тапшырылды

    9 августа Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһына ҡараған пассажирҙар ташыу идаралыҡтары етәкселәренә «Форд Транзит» маркалы өр-яңы 110 автобустың асҡыстарын тапшырҙы.

    – Беҙ «Башавтотранс»ҡа 1 сентябргә тиклем республиканың барлыҡ райондарын Өфө менән тоташтырырға тигән бурыс ҡуйғайныҡ. «Башавтотранс»тың эше социаль әһәмиәткә эйә, коммерция автобустарынан айырмалы рәүештә ул хатта ике пассажирҙы ла йөрөтә. Был предприятииены һаҡлап ҡалыуыбыҙҙың мәғәнәһе лә шунда. Ҙур автобустарҙың тәүге партияһын тапшырғайныҡ. Бөгөн — 110, киләһе аҙнала тағы ла 100 автобус килә , — тине Радий Хәбиров журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп.

    Республика етәксеһе шулай уҡ Башҡортостан кеүек ҙур республиканың пассажирҙар ташыу буйынса үҙенең дәүләт компанияһы булырға тейешлеген һыҙыҡ аҫтына алды. Радий Хәбиров компанияны һаҡлап ҡалыу өсөн көс һалғандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.


    30 1 2 3 4 5 6
    7 8 9 10 11 12 13
    14 15 16 17 18 19 20
    21 22 23 24 25 26 27
    28 29 30 31 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки