• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Ҡорбан байрамы менән ҡотлау 11.08.19 6:07

    Ҡорбан байрамы менән ҡотлау

    Ҡәҙерле дуҫтар!

    Башҡортостан Республикаһы мосолмандарын Изге Ҡорбан байрамы менән ысын йөрәктән ҡотлайым!
    Изге урындарҙа ғибәҙәт ҡылыуҙың тамамланыуын белдергән дини бай рам донъя һәм кешелек ҡиммәттәрен, яҡындар тураһында хәстәрлек, юғары идеалдарҙы сағылдыра.

    Республика мосолмандары өммәһе берҙәмлеге арҡаһында Башҡортостанда күп быуатлыҡ йолалар һаҡлана, улар йәш быуынды юғары әхләҡи принциптарҙа тәрбиәләргә ярҙам итә.

    Ҡорбан байрамы яҡты, йомарт, шатлыҡтар менән килһен, ә беҙҙең изге эштәребеҙ республикала милләт һәм конфессия-ара татыулыҡты, рухи берҙәмлекте нығытһын.

    Республика халҡына һаулыҡ, бәрәкәт, ғаилә бәхете, йорттарығыҙға именлек теләйем!

    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров


    30 1 2 3 4 5 6
    7 8 9 10 11 12 13
    14 15 16 17 18 19 20
    21 22 23 24 25 26 27
    28 29 30 31 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки