• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров тимер юл вокзалын реконструкциялау барышы һәм «Ҡала электричкаһы» проектын тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре менән танышты 13.08.19 20:32

    Радий Хәбиров тимер юл вокзалын реконструкциялау барышы һәм «Ҡала электричкаһы» проектын тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре менән танышты

    13 августа Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тимер юл вокзалын реконструкциялау барышы менән танышты. Төбәк етәксеһе төп бинаның беренсе һәм икенсе ҡатында булып, пассажирҙарҙы ваҡытлыса хеҙмәтләндереү шарттарын ҡараны.

    Бөгөн вокзал бинаһында фундамент һәм түшәм нығытыла, инженер селтәрҙәре яңыртыла, биҙәкләү эштәре алып барыла һәм вокзал алды биләмәһе тәртипкә килтерелә.

    Артабан 2-се һәм 3-сө платформаны реконструкциялау, баҫҡыстарҙы киңәйтеү планлаштырыла, шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн лифт урынлаштырыу күҙаллана. Шулау уҡ йәйәүлеләр өсөн үткәүелде оҙонайтыу һәм яңы 4-се платформа төҙөү ҡаралған.

    Реконструкция эштәре башланғандан алып, «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте тарафынан 1 млрд һумдан ашыу аҡса һалынған.

    Тимер юл вокзалын ҡарағандан һуң Радий Хәбиров «Ҡала электричкаһы» проекты мөмкинлектәрен барлау өсөн Куйбышев тимер юлы етәксеһе менән «Дим – Шаҡша», артабан Иглин маршруты буйынса республикалағы берҙән-бер автомотриста йөрөп ҡараны. 54 урынға иҫәпләнгән үҙ-йөрөшлө махсус состав тимер юлсыларҙы ташыу һәм тимер юл инфраструктураһын тикшереүсе комиссия ағзаларын йөрөтөү өсөн иҫәпләнгән.

    Республика етәксеһе ҡала хакимиәте етәкселеге һәм «Рәсәй тимер юлдары» йәмғиәте вәкилдәре менән Черниковка биҫтәһендә һәм Ҡала мәҙәниәт йорто туҡталышындағы станцияларҙы төҙөкләндереү һорауҙары буйынса фекер алышты.

    Иглин ҡасабаһында Радий Хәбиров район етәксеһе менән аралашты, ҡала яны тимер юл транспортын үҫтереү мөһимлеген һыҙыҡ аҫтына алды.

    –Беҙ «Дим – Шаҡша» трассаһы нисек эшләгәнен аңларға теләгәйнек. Юл ыңғайында «Ҡала электричкаһы» киләсәге тураһында кәңәшмә үткәрҙек тиһәк тә була. Беҙ пассажирҙар өсөн күпкә уңайлыраҡ шарттар тыуҙырырға мөмкин тигән фекерҙә, – тине Радий Хәбиров. – «Парк», «Черниковка», «1629 саҡырым» туҡталыштарының торошо менән таныштыҡ. Беҙ бында күпкә уңайлыраҡ шарттар тыуҙырырға теләйбеҙ. Кеше электричканан төшөү менән автобусҡа ултырып үҙенә кәрәкле маршрут буйынса юлын дауам итергә тейеш. «Рәсәй тимер юлдары» ойошмаһы менән башҡа проекттар буйынса ла фекер алышабыҙ. Аңлау бар, шуға бер-нисә йылдан Өфөнө тимер юл бәйләнеше уратып алыр тип ышанабыҙ.


    26 27 28 29 30 31 1
    2 3 4 5 6 7 8
    9 10 11 12 13 14 15
    16 17 18 19 20 21 22
    23 24 25 26 27 28 29
    30 1 2 3 4 5 6


    Открытая республика
    Ссылки