• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров Рәсәй төбәктәрендә йәшәүсе ватандаштар менән осрашты 14.08.19 16:14

    Радий Хәбиров Рәсәй төбәктәрендә йәшәүсе ватандаштар менән осрашты

    14 августа «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәй төбәктәрендә йәшәүсе башҡорт йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашты.
    Сарала Ҡурған, Ырымбур, Свердловск, Силәбе өлкәһе, Пермь крайы һәм Татарстан Республикаһы делегаттары, шулай уҡ төбәктәрҙәге Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары ҡатнашты. Делегация составында йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, уҡытыусылар, журналистар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, эшҡыуар, ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре, мәҙәниәт, фән, спорт эшмәкәрҙәре бар ине.
    - Башҡортостан Республикаһы – бөтә башҡорттарҙың тыуған иле. Быны беҙ бөтәбеҙ ҙә аңларға тейеш. Был һеҙҙең тыуған йортоғоҙ. Башҡортостан башҡорт халҡының үҫеше өсөн яуаплы төбәк. Шуға ла ватандаштарыбыҙ, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге йәмәғәт ойошмалары менән эште яңы кимәлгә күтәрәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн бында башҡорттар күпләп йәшәгән алты төбәктән ҡунаҡтар саҡырылған. Һәр бер субъект етәксеһе менән мин аралашып, ватандаштарыбыҙҙың йәшәү шарттары менән ҡыҙыҡһындым. Иң мөһиме шул – һәр бер төбәк етәксеһе беҙҙең менән хеҙмәттәшлеккә, милләттәштәребеҙгә ярҙам итергә, урында мәҙәниәт, телде һаҡлау, үҫтереүгә шарттар тыуҙырырға әҙер.
    Осрашыу барышында йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре башҡорт телен уҡытыу, милли мәҙәниәтте һаҡлау, башҡорт телендәге киң мәғлүмәт саралары, йәштәр өсөн форумдар ойоштороуға бәйле һорауҙар күтәрҙе. Шулай уҡ Ырымбур өлкәһендә Башҡортостан вәкиллеге, Пермь һәм Екатеринбургта «Башҡортостан» сауҙа йортон асыу тәҡдимдәре яңғыраны. Республика етәксеһе һәр бер тәҡдим ентекле өйрәнеләсәген һәм бөтә йүнәлештәр буйынса ла ярҙам күрһәтеләсәген белдерҙе.
    Осрашыу һуңында Радий Хәбиров республиканан ситтә башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән бер төркөм йәмәғәт эшмәкәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.


    28 29 30 31 1 2 3
    4 5 6 7 8 9 10
    11 12 13 14 15 16 17
    18 19 20 21 22 23 24
    25 26 27 28 29 30 1


    Открытая республика
    Ссылки