• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Өфөлә онкология сирҙәрен асыҡлау мөмкинлеге киңәйәсәк 31.07.19 14:15

    Өфөлә онкология сирҙәрен асыҡлау мөмкинлеге киңәйәсәк

    Өфөләге «ПЭТ-технологиялар» ядро медицинаһы үҙәгендә пациенттар һанын 2,5 тапҡырға арттыр тип күҙҙаллана. Онкология сирҙәрен асыҡларға ярҙам иткән икенсе ПЭТ-сканер эшләй башланы. 31 июлдә учреждение эшмәкәрлеге менән Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров танышты.

    Хәҙер үҙәк йылына 12 000 ашыу пациентты ҡабул итә ала. Биш йыл эшләү осоронда медицина учреждениеһы табиптары 22 меңдән ашыу кешегә онкология ауырыуҙарын асыҡлауға һәм дауалауға ярҙам иткән.

    Был хаҡта төбәк етәксеһенә ПЭТ-үҙәктең баш табибы Эмма Мөхәмәтханова бәйән итте. Белгес биләдәүенсә, ПЭТ/КТ — яман шеште диагностикалауҙа һөҙөмтәле һәм заманса алым. Ул сирҙе иртә стадияһында асыҡларға мөмкинлек бирә.

    Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Сочиҙағы инвестиция форумында Башҡортостан Хөкүмәте һәм «МедИнвестГрупп» компаниялар төркөмө араһында килешеү төҙөлдө. Ул онкология ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау йәһәтенән республика мөмкинлектәрен киңәйтеү өсөн бер- нисә проект тәҡдим итте. Икенсе ПЭТ-сканерҙы сафҡа индереү өсөн– 200 миллион һум инвестиция йәлеп ителгән. «МедИнвестГрупп» компаниялар төркөмө яман шешкә ҡаршы көрәшкә бөтәһе 1 миллиард һум аҡса түккән.

    Бөгөн Ядро медицинаһы үҙәгендә Рәсәй өсөн үҙенсәлекле булған радиофармпрепараттар етештереү, сифат контроле системаһы эшләй. Улар күкрәк биҙе, ирҙәрҙең енси биҙе шешен, меланоманы асыҡларға мөмкинлек бирә. Өфөләге етештереү үҙәге көн һайын 70 дозаға тиклем дарыу әҙерләй.

    Үҙәктәге урынлашҡан кибер-бысаҡ – әлеге ваҡытта Рәсәйҙәге иң заманса ҡорамалдарҙың береһе. Был технология 25 йылдан ашыу ҡулланылһа ла, әлегә донъяла барлығы 250 берәмек кенә.

    Радий Хәбиров үҙәкте ҡарап сыҡҡандан һуң журналистарға биргән интервьюһында, яңы ПЭТ-сканерҙы сафҡа индереү онкология ауырыуҙарын дауалау өлкәһендә дәүләттең бизнес менән уңышлы хеҙмәттәшлеген сағылдырыусы күренеш, тип билдәләне:

    Р.Хәбиров: Заманса ҡорамал табиптарға сирҙе асыҡтан-асыҡ күрергә, дауалау алымын, уның һөҙөмтәләрен билдәләргә мөмкинлек бирә. Бында мотлаҡ медицина страховкалау фонды квоталары аша дауалайҙар һәм үҙәккә дауаланыу өсөн йүнәлтмә алған пациенттар өсөн сығымдарҙы тулыһынса фонд түләй.
    Республикабыҙ ҙур, донъя стандарттары буйынса 1 миллион кешегә ошондай бер ҡорамал кәрәк, ә беҙҙә әлегә бөтәһе 2 ПЭТ-сканер. Коллегаларыбыҙ менән Стәрлетамаҡта республиканың көньяғында йәшәүселәр өсөн шундай уҡ ҡорамал ҡуйырға тип килештек. Ауыр сиргә дусар булған пациенттарыбыҙға дауаланыу өсөн уңайлы шарттар булдырырға тейешбеҙ.
    Бынан тыш Республика онкология диспансеры эргәһендә социаль ятаҡ төҙөү мөһим. Был мәсьәләне шулай уҡ ҡарала, уны төҙөү өсөн ер участкаһы бүленә.


    29 30 31 1 2 3 4
    5 6 7 8 9 10 11
    12 13 14 15 16 17 18
    19 20 21 22 23 24 25
    26 27 28 29 30 31 1


    Открытая республика
    Ссылки