• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров хакимиәт башлыҡтарының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫарҙарын тәғәйенләүҙе тиҙләтергә саҡырҙы 29.07.19 11:19

    Радий Хәбиров хакимиәт башлыҡтарының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫарҙарын тәғәйенләүҙе тиҙләтергә саҡырҙы

    Республика Хөкүмәтендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам» милли проектын тормошҡа ашырыу барышы ҡаралды.

    Доклад менән Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Римма Бойцова сығыш яһаны. 2019 йылдың тәүге яртыһында республикала кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары бермә-бер артҡан: былтыр 959 эшҡыуар теркәлһә, быйыл алты ай эсендә – 4078-гә еткән. Әүҙемлек Иглин, Туймазы, Мәләүез, Өфө райондары, шулай уҡ Салауат, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларында күҙәтелә.

    – Иң юғары күрһәткес башҡалала теркәлде. Өфөлә йыл башынан бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары 2000-гә артҡан, – тине Римма Бойцова.

    – Өфөнө маҡтап үтергә кәрәк. Тимәк бында эшҡыуарлыҡ үҫеш алһын өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла, – тине Радий Хәбиров.

    «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы» һәм «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына финанс ярҙам мөмкинлектәрен киңәйтеү» төбәк проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн 422,5 млн һум аҡса йүнәлтелгән. Башҡортостандың микрофинанс компанияһы капиталы 100 млн һумға артҡан.
    Радий Хәбиров профиль буйынса министрлыҡ һәм ведомстволарға район-ҡалаларҙа үткән эшҡыуарлыҡ сәғәттәре һөҙөмтәләрен анализларға ҡушты.

    – Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре һөйләшеп таралыша торған ғына сара булырға тейеш түгел. Эшҡыуарҙар үҙ һорауҙарына тиҙ арала яуап алырға, мәсьәләләр конкрет арауыҡта хәл ителергә тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Шулай уҡ хакимиәт башлыҡтарының эшҡыуарлыҡ йүнәлеше өсөн яуаплы урынбаҫарҙарын билдәләү эшен тиҙләтергә саҡырам. Был осраҡта кандидаттарҙы урындағы бизнес-йәмәғәтселек менән раҫлау механизмы кәрәклеген һыҙыҡ аҫтына алам. Сөнки ул тап урындағы эшҡыуарҙар менән эшләргә, уртаҡ тел табырға тейеш.


    29 30 31 1 2 3 4
    5 6 7 8 9 10 11
    12 13 14 15 16 17 18
    19 20 21 22 23 24 25
    26 27 28 29 30 31 1


    Открытая республика
    Ссылки