• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Владимир Путин милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса саралар исемлеген раҫланы 29.07.19 16:00

    Владимир Путин милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса саралар исемлеген раҫланы

    Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса саралар исемлеген раҫланы.

    Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә йөкмәтелә:

    -    2019 йылда Рәсәй Федерацияһының стратегик үҫешен тәьмин итеүсе төп йүнәлештәр буйынса милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн норматив-хоҡуҡи базаны нығытыуҙы маҡсат иткән федераль законды ҡабул итеүҙе тәьмин итеү;

    -    Рәсәй Банкыһы һәм Федераль именлек хеҙмәте менән берлектә һанлы финанс активтарҙы көйләү һәм цифралы технологиялар ярҙамында финанс ресурстар йәлеп итеүҙе көйләйәсәк федераль закон проекттарына ҡарата уртаҡ ҡараш формалаштырыу;

    -    Рәсәй Федерацияһы субъекттарының башҡарма власть органдары менән берлектә, төбәк программалары сиктәрендә граждандарға бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү, Рәсәй Федерацияһы законына ярашлы, айырым категория граждандарҙы ташламалы дарыуҙар менән тәьмин итеү мөмкинлектәренә анализ үткәреү;

    -    Кәрәк тип табылған осраҡта, айырым категорияға ҡараған граждандарҙы тейешле күләмдә ташламалы дарыуҙар менән тәьмин итеү маҡсатында, Рәсәй Федерацияһы субъекттарына федераль бюджеттан өҫтәмә саралар бүлеү;


    30 1 2 3 4 5 6
    7 8 9 10 11 12 13
    14 15 16 17 18 19 20
    21 22 23 24 25 26 27
    28 29 30 31 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки