• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Республика Хөкүмәтендә «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты буйынса атҡарлыған эштәр барланды 29.07.19 11:08

    Республика Хөкүмәтендә «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты буйынса атҡарлыған эштәр барланды

    29 июлдә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Республика Хөкүмәтендә сираттағы аҙналыҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектын тормошҡа ашырыу барышы барланды.

    Милли проект ҡуйған маҡсатҡа ирешеү өсөн Башҡортостанда дүрт төбәк проекты раҫланған: «Торлаҡ», «Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын кәметеү», «Ипотека» һәм «Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу».
    Тәүге өс проектты ғәмәлгә ашырыу барышы тураһында Башҡортостандың Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин бәйән итте. 2019 йылға бүленгән дөйөм финанс күләме – 1,28 млрд һум, уларҙың 954 млн һумы федераль бюджеттан ҡаралған.

    2019 йылда «Торлаҡ» проекты буйынса маҡсатлы күрһәткес – дөйөм алғанда 2,1 млн кв.м торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу.

    Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын кәметеү йәһәтенән быйыл авария хәлендәге 4,8 мең кв.м майҙандан 299 кеше күсерелгән. Ғөмүмән алҙанда, был проект бер-нисә этаптан тора. 2019-2020 йылдарҙа Баҡалы, Балтас, Белорет, Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Мәсетле, Мишкә райондары һәм Өфөлә, дөйөм алғанда 8,4 мең кв.м иҫке һәм авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәрҙе күсереү планлаштырыла.

    Шулай уҡ «Ипотека» төбәк проекты күрһәткестәре тейешле кимәлдә тормошҡа ашырылған – торлаҡ төҙөлөшө тупланмалары программаһы буйынса 1 180 кредит бирелгән. Марат Әхмәҙуллин әйтеүенсә, был программаны тормошҡа ашырыу өсөн федераль ярҙам ҡаралмаған. 2019 йылда программала ҡатнашыусылар өсөн республика ҡаҙнаһынан 234 млн һум аҡса бүленә. Бынан тыш 2019 йылдың 1 авгусынан ДОМ.РФ банкы менән берлектә «Ипотека инфраструктураһы» проектының пилот этабы старт ала.

    «Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу» проекты буйынса ғәмәлгә ашырылған саралар менән Республика Хөкүмәте вице-премьеры – Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаларын башҡарыусы Борис Беляев таныштырҙы. Был проект өсөн 2019 йылда 1,44 млрд һум аҡса бүленгән, уларҙың 1,41 млрд һумы федераль ҡаҙнанан.

    Йыл аҙағына тиклем 180 йәмәғәт урынын, шул иҫәптә 66 парк, 42 сквер, 22 йәйәү йөрөй торған зона, 17 ял итеү объектын, 10 мемориаль комплекс, туғыҙ аллея, ете яр буйын һәм ете спорт һәм һауыҡтырыу майҙандарын төҙөкләндереү күҙаллана. Уларҙың дүрттән бер өлөшө (46 объект) – тәү башлап төҙөлгән биләмәләр.

    Республика федераль үҙәктән өҫтәмә саралар ҙа йәлеп итә алды. Бәләкәй йә тарихи ҡалаларҙа уңайлы мөхит булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында Бәләбәй, Бөрө һәм Ишембай ҡалаларын үҫтереү буйынса проекттар еңеүсе тип табылды, дөйөм алғанда 245 млн һум өҫтәмә аҡса йәлеп ителде.

    Биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм подъездарҙы ремонтлау буйынса республика программаһына туҡталып Радий Хәбиров бер-нисә уңышһыҙ миҫал килтерҙе, тағы ла бер тапҡыр хакимиәт башлыҡтарын был эште шәхсән контролдә тоторға ҡушты.


    29 30 31 1 2 3 4
    5 6 7 8 9 10 11
    12 13 14 15 16 17 18
    19 20 21 22 23 24 25
    26 27 28 29 30 31 1


    Открытая республика
    Ссылки