• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Муниципаль берәмектәрҙә хужаһыҙ транспорт сараларын эвакуациалау тәртибе раҫлана 29.07.19 11:31

    Муниципаль берәмектәрҙә хужаһыҙ транспорт сараларын эвакуациалау тәртибе раҫлана

    Республика муниципаль берәмектәрендә хужаһыҙ транспорт сараларын асыҡлау, эвакуациялау һәм утилләштереү буйынса регламент ҡабул ителәсәк. Был хаҡта төбәк етәксеһе Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында вице-премьер – Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаларын башҡарыусы Борис Беляев белдерҙе.

    Ведомство тарафынан һәр бер муниципаль берәмектә ҡабул ителергә тейешле ҡарар проекты әҙерләнгән. Борис Беляев әйтеүенсә, махсус тәртип Туймазы һәм Дәүләкәндә ҡабул ителгән, Октябрьский, Бөрө һәм Яңауылда раҫланыу мәлендә. Башҡа район-ҡалаларҙа был документ әҙерләнә. Шул уҡ ваҡытта биләмәләрҙә рейдтар дауам итә, бөгөнгә 500-ҙән ашыу хужаһыҙ автомобиль теркәлгән.

    Ташландыҡ транспорт сараларын эвакуациалау буйынса яңы алгоритм тулы ҡеүәттә сентябрь айынан эшләй башлаясаҡ тип күҙаллана. Төбәк етәксеһе атҡарыласаҡ аҙымдар бары тик законға ярашлы тормошҡа ашырылырға тейеш.

    – Был етди һорау. Һүҙ меңәрләгән автомобиль хаҡында бара. Тейешле юридик инструменттар менән һеҙҙе тәьмин иттек. Эште ойошҡан рәүештә һәм бары тик законға ярашлы алып барығыҙ, – тине Радий Хәбиров.

    Бынан тыш Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров юлдарҙағы соҡор-саҡырҙар, ташланған транспорт саралары, газонға автомобилдәр ҡуйыу һәм башҡа осраҡтар тураһындағы мәғлүмәтте «Юл эксперты» ҡушымтаһы ярҙамында тупларға тәҡдим итте. Ҡушымтаны камиллаштырыу бурысы Информатизация буйынса дәүләт комитетына йөкмәтелде.

    Төбәк етәксеһе фекеренсә, газонға автомобиль ҡуйыусылар өсөн санкцияларҙы ҡайтанан ҡарап сығыу мөһим. Күп кенә ерҙә парковка урындары, шул уҡ ваҡытта айырым кәртәләп алынған газондар юҡ. Шуға ла ҡайһы бер осраҡта штарф һалыу дөрөҫлөккә тап килмәй. Шуға ла халыҡтан күп кенә дәғүәләр килә.

    – Закон, тәү сиратта, автомобилдәрен газон, тротуар, торлаҡ йорттарҙың тәҙрә төбөндә ҡалдырыусы яуапһыҙ влдителдәргә ҡарата ҡабул ителде. Әммә ауыл ере өсөн был талаптарҙы ҡайтанан ҡарау мөһим. Кемгәлер штарф һалыр алдынан, күп кенә ихата, урамдарҙа ул газондарҙы булдырыу мөһим, – тине Радий Хәбиров.


    29 30 31 1 2 3 4
    5 6 7 8 9 10 11
    12 13 14 15 16 17 18
    19 20 21 22 23 24 25
    26 27 28 29 30 31 1


    Открытая республика
    Ссылки