• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров яҙыусы Михаил Чвановты 75 йәше менән ҡотланы 25.07.19 14:56

    Радий Хәбиров яҙыусы Михаил Чвановты 75 йәше менән ҡотланы

    25 июлдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров билдәле яҙыусы, публицист, йәмәғәт эшмәкәре, Аксаков фонды етәксеһе Михаил Чвановты 75 йәшлек юбилейы менән ҡотланы.

    Осрашыу барышында Радий Хәбиров күп йыллыҡ фиҙәҡәр хеҙмәте, әҙәбиәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм мәҙәниәтте үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Михаил Чвановты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләү тураһындағы указға ҡул ҡуйыуын хәбәр итте.

    – Эш графигы ныҡ тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, Радий Фәрит улы минең менән осрашырға ваҡыт бүлеүе һөйөндөрҙө, – тине Михаил Чванов. – Беҙ бөгөнгөгә бәйле проблемалар тураһында фекер алыштыҡ. Аксаков фонды эшмәкәрлегенә бәйле уртаҡ һорауҙар бар. Өфөлә яҡташыбыҙ, диңгеҙсе Валериан Альбанов иҫтәлегенә музей асыу тураһындағы идеяға, Өфөнөң Аксаков урамында сквер ҙа булдырырға тигән тәҡдим өҫтәлде. Беҙ шулай уҡ 2020 йылда Өфөнөң беренсе губернаторы, яҙыусы Сергей Аксаковтың улы Григорий Аксаковтың тыуыуына 200 йыл тулыуҙы билдәләү планы тураһында фекер алыштыҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә уртаҡ пландар күп.


    29 30 31 1 2 3 4
    5 6 7 8 9 10 11
    12 13 14 15 16 17 18
    19 20 21 22 23 24 25
    26 27 28 29 30 31 1


    Открытая республика
    Ссылки