• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Бәләбәйҙә йомшаҡ сыр етештереүсе яңы заводҡа нигеҙ һалынды 23.07.19 13:17

    Бәләбәйҙә йомшаҡ сыр етештереүсе яңы заводҡа нигеҙ һалынды

    23 июлдә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бәләбәй һөт комбинатында йомшаҡ сортлы сырҙар етештереү заводы төҙөлөшөнә нигеҙ һалыу сараһында ҡатнашты. Символик ташты урынлаштырыу тантанаһында Франция Республикаһының Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Сильви Берманн һәм Savencia компаниялар төркөмө генераль директоры Жан-Поль Торри ҡатнашты. Шулай итеп, Башҡортостан менән затлы сырҙар етештереүсе француз компания араһындағы хеҙмәттәшлеккә старт бирелде.

    – Бөгөн беҙҙең республикала ҙур һәм шатлыҡлы ваҡиға. Беҙ йомшаҡ сырҙар етештерәсәк яңы заводҡа нигеҙ һалдыҡ. Ғорурлыҡ тойғоһо кисерәбеҙ, сөнки республикаға донъяның иң абруйлы компанияларының береһе килде, улар беҙҙең менән эшләүҙе кәрәк тип тапты, – тине Радий Хәбиров. – Savencia компанияһы етәкселеген ышандырам – беҙ төҙөлөш тамамланғансыға тиклем кәрәкле бөтә ярҙамды күрһәтәсәкбеҙ. Бәләбәй районы, беҙҙең республика өсөн был йөҙҙән ашыу яңы эш урыны тигәнде аңлата. Урындағы ҡаҙнаға һалым киләсәк. Республикала ошондай яңы предприятиеларҙы артабан да төҙөйәсәкбеҙ.

    – Беҙ күптән Рәсәйҙә үҙ предприятиебыҙҙы асырға планлаштыра инек. Тотош илде ҡарап сыҡтыҡ һәм Бәләбәй ҡалаһында туҡталдыҡ, – тине Жан-Поль Торри. – Сөнки бында беҙ сифатлы сыр етештергән предприятие менән таныштыҡ. Иң мөһиме –юғары квалификациялы, үҙ эшен яратҡан профессионалдар эшләй.

    9 мең тонна йомшаҡ сыр етештереү ҡеүәтенә эйә яңы завод 2020 йылдың көҙөндә эш башлаясаҡ. Инвестициялар күләме 2 млрд һум тип баһалана. Төҙөлөш ике этапта тормошҡа ашырыласаҡ. Сыр етештереү өсөн бары тик юғары сифатлы һөт файҙаланыласаҡ.

    Радий Хәбиров ҡунаҡтар менән Бәләбәй һөт комбинаты цехтарын ҡарап сыҡты. Бында етештерелгән продукция Владивостоктан Калининградҡа тиклем тотош ил буйынса, шулай уҡ яҡын сит илдәргә һатыла. Бөгөн предприятиела 750 кеше эшләй, 23 төр сорт етештерелә. Комбинат йыл һайын республика ҡаҙнаһына 500 млн һум һалым күсерә.


    29 30 31 1 2 3 4
    5 6 7 8 9 10 11
    12 13 14 15 16 17 18
    19 20 21 22 23 24 25
    26 27 28 29 30 31 1


    Открытая республика
    Ссылки