• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Дәүләкән районына эш сәфәре 23.07.19 17:09

    Дәүләкән районына эш сәфәре

    23 июлдә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Дәүләкән районында булды.
    ***
    Дәүләкән ҡалаһында төбәк етәксеһе Баҡса урамында урынлашҡан скверҙы төҙөкләндереү барышы менән танышты. Муниципалитет етәксеһе Илгиз Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, халыҡ фекерен иҫәпкә алып, бында «Уңайлы ҡала мөхите» программаһы буйынса 300 метр оҙонлоғонда йәйәү йөрөй торған зона булдырыла. Яҡтыртыу ҡорамалдары урынлаштырыла, һуҡмаҡ һалына.

    Артабан ошо скверҙа Советтар Союзы Геройы Владимир Ферапонтовҡа бюст урынлаштырыу планлаштырыла.

    Радий Хәбиров проектты ыңғай баһаланы, эште комплекслы алып барырға кәрәклеген һыҙыҡ аҫтына алып, газон сәсеү, эргә-тирәләге юлдарҙы төҙөкләндереү мөһимлеген белдерҙе.

    ***
    Республика етәксеһе Карл Маркс һәм Юғары вольтлы урамдарында урынлашҡан күп ҡатлы йорттар янында «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса алып барылған эштәр менән дә танышты. Быйыл Дәүләкән районында һигеҙ ихата төҙөкләндереләсәк, ошо маҡсатҡа йүнәлтелгән финанстар күләме – 20 млн һум.
    Карл Маркс урамында йәшәүселәр ремонт эштәре менән ҡәнәғәт булмауын белдерҙе. Улар автомобиль ҡуйыу урындары, заманса балалар майҙансығы булмауын һыҙыҡ аҫтына алды.

    – Мине лә башҡарылған эш һөҙөмтәһе ҡәнәғәтләндермәй, – тине Радий Хәбиров. – Төҙөкләндереү эштәренә комплекслы ҡараш талап итәм, шул иҫәптән мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ихтыяжын да күҙ уңында тоторға саҡырам.

    Юғары вольтлы урамына ҡараған ихатала иһә төҙөкләндереү эштәрен тамамлау өсөн сығымдар етмәй. Шуға ла уны ике этапта ғәмәлгә ашырырға ҡарар ителгән. Быйыл ихата юлдары тәртипкә килтерелә, тортуарҙар һалына һәм канализация торбалары алыштырыла. Киләһе йылда ихатаны төҙөкләндереү эше дауам итәсәк.
      
    ***
    Радий Хәбиров балалар аяҡ кейеме етештереүсе «Сандра» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттә лә булды.
    Фабрика директоры Любовь Буланова әйтеүенсә, конкурентлы хаҡ арҡаһында тауар Рәсәйҙә генә түгел, БДБ илдәрендә лә ҙур һорау менән файҙаланыла. Әммә бының кире яғы ла бар. Тауар хаҡының түбән булыуы хеҙмәт хаҡына йоғонто яһай, эшселәр айына уртаса 13,5 мең һум аҡса ала.

    Радий Хәбиров Республика Хөкүмәтендә ошондай предприятиеларға ярҙам күрһәтеү буйынса саралар күрелә, оҙаҡламай уй-нийәттәр етештереүселәр менән фекер алышыуға сығарыласаҡ тип белдерҙе.
      
    – Кредиттарға субсидия бүлеү, яңы ҡорамалдар һатып алыу өсөн сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплатыу, продукцияны сит ил баҙарына сығарыуҙа ярҙам күрһәтеү булыуы ихтимал, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең маҡсат – эшселәрҙең хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу, хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм эш хаҡын арттырыу.
    ***

    Нефть-газ ҡорамалдары етештереүсе «Нефтемаш» акционерҙар йәмғиәтендә Башҡортостан етәксеһе етештереү технологиялары менән танышты, эре габаритлы продукция етештереүсе яңы цехты ҡараны.
    Был заводта етештерелгән продукция Рәсәйҙең һәм сит илдең эре нефть компанияларында ҙур һорау менән файҙаланыла. Предприятиеның генераль директоры Константин Андреев заманса станоктар һатып алыу, етештереү линияһын тулыһынса яңыртыу, аҡыллы кадрҙар сәйәсәте алып барыу арҡаһында «Нефтемаш» нефть ҡорамалдары етештереүсе предприятиелар араһында лидерҙар рәтенә сығыуын белдерҙе.

    – Ошондай предприятиеларҙың үҫеүен күреп күңел ҡыуана, – тине Радий Хәбиров.

    ***
    Дәүләкәндә төбәк етәксеһе күп балалы Шабалиндар ғаиләһенә ҡунаҡҡа инеп сыҡты. Уларҙың унынсы балалары – Устинья исемле ҡыҙҙары быйыл февраль айында Өфөлә тыуа. Светлана Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының бала табыу йортона мөрәжәғәт итә. Әммә уны табиптар ҡабул итмәй, пациенттарҙы маршрутизация буйынса ҡаралған икенсе медицина учреждениеһына ебәрә. Кәйефе ҡырылған Светлана Радий Хәбировҡа социаль селтәрҙәге сәхифәһе аша мөрәжәғәт итә. Тиҙ арала ауырлы ҡатынды ҡабаттан Республика клиник дауаханаһының бала табыу йортона ҡабул итәләр, иртәгәһенә иһә Радий Хәбиров үҙ сәхифәһендә Шабалиндарҙы унынсы балалары донъяға килеү уңайынан ҡотлай.
    Был ғаиләлә бөгөн биш малай, биш ҡыҙ үҫә. Радий Хәбиров күп балалы ата-әсә менән аралашты, ишле ғаиләләргә ярҙам саралары тураһында фекер алышты. Республика тап ошондай ғаиләләр менән ғорурланыуын белдерҙе.


    29 30 31 1 2 3 4
    5 6 7 8 9 10 11
    12 13 14 15 16 17 18
    19 20 21 22 23 24 25
    26 27 28 29 30 31 1


    Открытая республика
    Ссылки