• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында пациенттарҙы маршрутизациялау эше камиллаштырыла 22.07.19 11:08

    Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында пациенттарҙы маршрутизациялау эше камиллаштырыла

    2020 йылға республиканың 118 медицина учреждениеһы беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеүҙең яңы моделенә мотлаҡ күсергә тейеш. Ул һаҡсыл етештереү принцибына нигеҙләнә. Был хаҡта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында белдерҙе.

    Әлеге мәлдә процестарҙы оптимәлләштереү проекты 33 медицина ойошмаһында тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, пациенттар ағымын тигеҙ бүлеү өсөн айырым диспансеризация көндәре билдәләнгән, табипҡа тиклем ҡабул итеү кабинеты, ашығыс ярҙам күрһәтеү хеҙмәте, сәләмәт балалар көнө һәм профилактика блогы булдырылған.

    Бынан тыш Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан алтаҡта, стендтар өсөн берҙәм стиль билдәләнгән. Ҡабул ителгән стандарттарға ярашлы «ҡыҙыл» регистратура аша үтә ауыр хәлдәгеләр ҡабул ителә, «һары һыҙат» аша ғүмеренә хәүеф янамағын, әммә ашығыс ярҙамға мохтаж ауыр хәлдәге пацинеттар үткәрелә, «йәшел ағым» оператив ярҙам талап ителмәгән хроник сирлеләр өсөн булдырыла.
    Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе әйтеүенсә, маршрутизацияны камиллаштырыу өсөн матди-техник базаны яңыртыу, шул иҫәптән һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын төҙөкләндереү йә төҙөү талап ителә. 2019 йылда 17 кирбес һәм 19 модулле фельдшер-акушер пунктын төҙөү һәм урынлаштырыу планлаштырылған. Шулай уҡ Туймазы һәм Дүртөйлө үҙәк район дауаханаларының балалар поликлиникаларын сафҡа индереү күҙаллана.

    – Һаулыҡ һаҡлауға бәйле һорауҙар менән системалы рәүештә шөғөлләнәбеҙ. Ыңғай күренештәр күҙәтеләме, – тип һораны Радий Хәбиров һәм төньяҡ райондар халҡы даими рәүештә медицина белгестәре етмәүгә зарланыуын һыҙыҡ аҫтына алды.

    Максим Забелин Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ситуациялар үҙәгендә аҙна һайын мониторинг үткәрелеүен әйтте. Беренсе сиратта, табиптарға яҙылыу мөмкинлеге баһалана. Ә Әмзә ауылы һәм Ағиҙел ҡалаһына килгәндә, ике аҙнаға бер тапҡыр Нефтекама ҡалаһынан тар белгестәр был пункттарға үҙҙәре сығасаҡ. Яҡын-тирә ауылдарҙағы халыҡҡа ла өҫтәмә мәғлүмәт еткереләсәк.


    29 30 31 1 2 3 4
    5 6 7 8 9 10 11
    12 13 14 15 16 17 18
    19 20 21 22 23 24 25
    26 27 28 29 30 31 1


    Открытая республика
    Ссылки