• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Краснокама районына эш сәфәре 19.07.19 15:36

    Краснокама районына эш сәфәре

    19 июлдә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сфәре менән Краснокама районында булды.
    ***
    Николо-Берёзовка ауылында төбәк етәксеһе 1816 йылда төҙөлгән Троице-Никольский ҡорамын ҡараны. Уның тарихы 1550 йылдан башлана. Изге Николай Чудотворец иконаһы табылған урынға ағастан ғибәҙәтхана төҙөйҙәр. Ҡорамдың әлеге бинаһы сиркәү янғандан һуң урыҫ классицизмы стилендә төҙөлә. 20-се быуат башында мөғжизәүи көскә эйә иконаға табыныу өсөн Бөйөк кенәз ҡатыны Елизавета Фёдоровна бында ике тапҡыр килә.
    Радий Хәбиров ҡорам башлығы, протоиереей Алексей Тихонов менән аралашты, сиркәү манараһына күтәрелде, музей, тарих менән танышты.
    Троице-Никольский ҡорамы һәм Ленин урамында (элекке Сауҙагәрҙәр урамы) урынлашҡан ҡайһы бер йорттар 19-сы быуат ҡомартҡыһы булып тора. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Мусин Ленин урамын төҙөкләндереү проекты менән таныштырҙы.  Республика етәксеһе был төбәк туристик потенциалға эйә тип билдәләне һәм Кама йылғаһы буйын да реконструкцияларға кәрәклекген һыҙыҡ аҫтына алды. Республика үҙ сиратында тейешле ярҙамды күрһәтергә әҙер.

    ***
    Район үҙәгендә Радий Хәбиров Ҡарман балыҡсылыҡ хужалығында булды. Төбәк етәксеһе селбәрә үрсетеүсе биомодулдәрҙе ҡараны. Ошонда уҡ бағырҙар үҫтереү өсөн тәғәйенләнгән, әммә  төҙөлөп бөтмәгән тағы ла ике биомодуль бар. Генераль директор урынбаҫары Нина Вдовина әйтеүенсә, киләсәктә 200 тоннаға тиклем балыҡ үрсетеү планлаштырыла. Әммә аҡса етмәү сәбәпле төҙөлөш эштәре тамамланмаған.
    Ҡарман балыҡсылыҡ хужалығы республикалағы эре предприятиеларҙың береһе һәм балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән Рәсәй хужалыҡтары араһында тәүге өсәү исемлегенә инә. Бында карп, бикре, бағыр, йәйен етештерелә һәм продукция эре сауҙа селтәрҙәренә оҙатыла. Шулай уҡ бикре ыуылдырығы әҙерләнә.
    Радий Хәбиров район етәкселегенә Ауыл хужалығы министрлығы менән предприятиеға дәүләт ярҙамы күрһәтеү юлдарын өйрәнергә һәм уны үҫтереү перспективаларын «Инвестиция сәғәтендә» айырым ҡарарға тәҡдим итте.


    30 1 2 3 4 5 6
    7 8 9 10 11 12 13
    14 15 16 17 18 19 20
    21 22 23 24 25 26 27
    28 29 30 31 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки