• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Яңауыл районына эш сәфәре 19.07.19 18:30

    Яңауыл районына эш сәфәре

    19 июлдә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сфәре менән Яңауыл районында булды.

    ***
    Иҫке Ҡоҙаш  ауылында төбәк етәксеһе һөтсөлөк йүнәлешендәге малсылыҡ комплексын төҙөү эштәре менән танышты. Эре инвестиция проекты инициаторы Ҡалтасы районынан «ИТС-Агро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт. Ойошманың генераль директоры Михаил Попов әйтеүенсә, һөтсөлөк фермаһы 2 500 баш малға иҫәпләнгән. Бынан тыш 5 мең башҡа иҫәпләнгән мал үҫтереү аҙбары төҙөү күҙаллана. Предприятие тулы көскә эшләй башлаһа проект ҡеүәте буйынса йылына 20 мең тонна һөт етештерелер тип күҙаллана. Дөйөм инвестиция күләме – 1 млрд һум.
    Бөгөнгә предприятие тарафынан 500 баш малға иҫәпләнгән малсылыҡ комплексы, өҫтәмә 510 тоҡомло мал һәм 55 млн һумға заманса ауыл хужалығы техникаһы һатып алынған.
    Радий Хәбиров проектты тормошҡа ашырыу мөҙҙәте һәм этаптары тураһында белеште, дәүләт ярҙамына мохтажлыҡ хаҡында һорашты.
    ***
    Районда тағы ла бер инвестиция проекты –  «Яңауыл» теплица комбинатын төҙөүҙе тормошҡа ашырырға нийәтләйҙәр. 20 га майҙанда теплица төҙөү планлаштырыла. 2020 йылға 1,5 га майҙанда төҙөлөштөң тәүге этабын тамамлау күҙаллана.
    Әлегә комбинат 3 га майҙанда урынлашҡан. Былтыр унда 1000 тоннанан ашыу йәшелсә етештерелә.
    Хужалыҡ директоры Илдар Маликов әйтеүенсә, бөгөнгә төп мәсьәлә – финанстар етмәүе, өҫтәмә инвесторҙар килмәүе.
    Радий Хәбиров муниципаль берәмек етәксеһенә Ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә дәүләт ярҙамы йәлеп итер өсөн оптималь варианттар өйрәнергә, был һорауҙы сираттағы «Инвестиция сәғәттәренең» береһендә ҡарарға тәҡдим итте.

    ***
    Яңауылға барышлай Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Һыуһаны-Ябалаҡ ауылы эргәһендәге юл төҙөлөшө эштәре менән танышты. Ремонт 5 саҡырым юлда атҡарыла. Контракт хаҡы – 15 млн һум. Төҙөлөш эштәре былтыр уҡ тамамланырға тейеш була, әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында һаман да дауам итә.
    Быйыл йәмғеһе 144 млн һумға 19,5 саҡырым юл ремонтлау планлаштырыла. 9,5 саҡырым юлға асфальт түшәү ҡаралған, ҡалғаны ҡырсынташ менән күтәртелә.
    Төбәк етәксеһе төҙөлөш эштәрен быйыл тамамларға, шулай уҡ Яңауыл районы муниципаль юл селтәрен үҫтереү һәм реконструкциялау буйынса комплекслы программа ҡабул итергә ҡушты.
    ***
    Яңауылда Радий Хәбиров Яҡутов урамы халҡы менән аралашты, ихата биләмәләрен төҙөкләндереү тураһында фекер алышты. Район хакимиәте башлғы Илшат Вәзиғәтов әйтеүенсә, климат һәм рельеф үҙенсәлеге арҡаһында асфальт түшәү, бордюрҙар урынлаштырыу һәм балалар майҙансыҡтырана йомшаҡ япма йәйеү йәһәтенән ҡатмарлыҡтар бар. Төбәк етәксеһе биләмәләрҙе төҙөкләндереү йәһәтенән комплекслы ҡараш булырға тейеш тип белдерҙе. 2020 йылда «Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә аныҡ бурыстар билдәләргә ҡушты.

    ***
    Ҡала халҡының яратҡан ял итеү урыны – үҙәк майҙанда бөгөн реконструкция эштәре алып барыла. Бында фонтан төҙөү, мәҙәниәт паркын төҙөкләндереү планлаштырылған. 2020 йылда тамамланыр тип күҙалланған дөйөм эштәрҙең хаҡы 24 млн һум.
    Радий Хәбиров район башлығына реконструкцияны быйыл уҡ йомғаҡларға ҡушты. Сөнки үҙәк майҙан киләһе йылда Фольклориада ҡунаҡтарын ҡаршы алырға тулыһынса әҙер булырға тейеш. Республика иһә финанс ярҙам күрһәтергә әҙер.


    29 30 31 1 2 3 4
    5 6 7 8 9 10 11
    12 13 14 15 16 17 18
    19 20 21 22 23 24 25
    26 27 28 29 30 31 1


    Открытая республика
    Ссылки