• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Ағиҙел ҡалаһына эш сәфәре 19.07.19 12:19

    Ағиҙел ҡалаһына эш сәфәре

    19 июлдә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ағиҙел ҡалаһында булды.
                                                                         ***
    Төбәк етәксеһе «Башҡорт электр селтәрҙәре» акционерҙар йәмғиәтенең бушап ҡалған етештереү майҙандарын ҡараны. Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы генераль директоры Раил Сарбаев әйтеүенсә, төҙөлөш комплексы предприятиелары был майҙандарға ҡарата ҡыҙыҡһыныу белдерә. Атап әйткәндә, суднолар ремонтлау һәм төҙөү заводы һәм һыу юлы менән иген ташыуҙы ойоштороуҙы маҡсат иткән инвестиция проекттарын тормошҡа ашырырға нийәтләгән «Уралтехнотөҙөлөш» корпорацияһы һәм «Стапель» йәмғиәте күҙ уңында тотола.

    Төҙөлөп бөтмгән АЭС биләмәһендә эшләп килгән предприятиеларҙың береһе – силикат кирбес етештереүсе «Джут-СТ» заводы. Уның директоры Марат Маннанов әйтеүенсә, элек етештерелгән продукция Өфө һәм башҡа ҡалаларҙа йорт төҙөү өсөн ҡулланылған. Бөгөн төрлө сәбәптәр арҡаһында тауарға һорау кәмегән, шуға завод үҙ эшмәкәрлеген туҡтатып торған.

    Радий Хәбиров Республика Хөкүмәтенә предприятие эшен ҡабаттан тергеҙеү өсөн ярҙам күрһәтеү юлдарын барларға ҡушты.

    Электр селтәре инфраструктураһына килгәндә, «Башҡорт электр селтәрҙәре» акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Павел Багаев белдереүенсә, коммуналь селтәрҙәр яңыртыуҙы талап итә. Инвесторҙарҙы төбәккә йәлеп итеү өсөн бер мәсьәләне хәл итеү мөһим – ул тимер юл тармағын яңыртыу. Был эшкә республика федераль аҡсалар йәлеп итергә уйлай. Мәсьәлә Радий Хәбировтың ил Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев менән осрашыуы барышында ла күтәрелә.
    Ошонда уҡ Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Лайт Эйр» компанияһы эшмәкәрлеге менән танышты. Улар пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында газ, нефть үткәргестәрҙә, урман хужалығында мониторинг үткәрә, рөхсәтһеҙ сүплектәрҙе асыҡларға ярҙам итә.

                                                                                   ***
    Подъездарҙы ремонтлау һәм ихаталарҙы төҙөкләндереү программаһы үтәлешен барлау маҡсатында Радий Хәбиров Мир урамына ҡараған күп ҡатлы йорттарҙа алып барылған эштәр менән танышты.
    14-се һанлы йортта ремонт лайыҡлы кимәлдә атҡарылған. Ағиҙел ҡалаһы халҡы шулай уҡ дөйөм ятаҡ рәүешендәге бәләкәй фатирлы йорттарҙың коридорҙарын ремонтлау талап ителеүен белдерҙе. Был йәһәттән Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрылыға айырым күрһәтмә бирелде. Ағиҙел ҡалаһында быйыл йәмғеһе 30 подъезд ремонтланасаҡ. Ошо маҡсатҡа 10,4 млн һум аҡса йүнәлтелгән.
    Бынан тыш ихаталарҙы төҙөкләндереү планлаштырыла. Радий Хәбиров 22-се йорт алдын ҡараны. Бөгөн унда асфальт йәйеү, тортуарҙарҙы төҙөкләндереү, автомобиль ҡуйыу урындары булдырыу, сүп контейнерҙары майҙансыҡтарын тәртипкә килтереү һәм балалар майҙансығына резина япма түшәү эштәре алып барыла.

    Халыҡ менән аралашыу барышында эшһеҙлек, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағындағы проблемаларҙы көйләү, газ үткәреү һәм һаулыҡ һаҡлау тармағында белгестәр етмәү һорауҙары күтәрелде.


    29 30 31 1 2 3 4
    5 6 7 8 9 10 11
    12 13 14 15 16 17 18
    19 20 21 22 23 24 25
    26 27 28 29 30 31 1


    Открытая республика
    Ссылки