• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Өфөлә халыҡ-ара экспорт форумы үтте 17.07.19 17:22

    Өфөлә халыҡ-ара экспорт форумы үтте

    17 июлдә «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәй төбәктәренең экспорт ҡеүәтен арттырыу мәсьәләләренә арналған II Халыҡ-ара экспорт форумының пленар ултырышында сығыш яһаны.

    Форум эшендә Рәсәйҙең финанстар министры урынбаҫары Андрей Круглов, Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Василий Осьмаков ҡатнашты. Ултырышты «Рәсәй экспорт үҙәге» акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Андрей Слепнев алып барҙы.

    «Рәсәй экспорт үҙәге» акционерҙар йәмғиәте ярҙамында ойошторлған форумда 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Улар иҫәбендә 13 сит ил вәкилдәре, федераль власть, Рәсәй төбәктәре делегаттары, бизнес-йәмәғәтселек ҡатнашты.

    Фекер алышыуҙың төп темалары – агросәнәғәт һәм хәләл-индустрия тауарҙары экспортын үҫтереү. Шулай уҡ экспортёрҙар мәнфғәтен яҡлау, акселерация һәм он-лайн сауҙа, хеҙмәт күрһәтеүҙе экспортлауға бәйле һорауҙар күтәрелде. Форум һөҙөмтәһендә экспорт күләмен арттырырға ярҙам итәсәк практик ҡарарҙар ҡабул ителәсәк.


    30 1 2 3 4 5 6
    7 8 9 10 11 12 13
    14 15 16 17 18 19 20
    21 22 23 24 25 26 27
    28 29 30 31 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки