• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса проект комитеты ултырышын үткәрҙе 15.07.19 20:02

    Радий Хәбиров Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса проект комитеты ултырышын үткәрҙе

    15 июлдә Хөкүмәт Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса проект комитеты ултырышын үткәрҙе.

    Тәүге ярты йыллыҡта атҡарылған эш һөҙөмтәләре барланды һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың Май Указдарын ғәмәлгә ашырыу буйынса 2019 йыл аҙағына тиклем өҫтөнлөклө бурыстар билдәләнде.

    Вице-премьер вазифаһын башҡарыусы – Республика Хөкүмәте Аппараты Етәксеһе Илшат Тажитдинов төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуҙы анализлаған мониторинг һөҙөмтәләре менән таныштырҙы, уларҙы республика һәм федераль бюджеттан финанслау тураһында бәйән итте.

    – Республикала 58 төбәк проекты тормошҡа ашырыла. 2024 йылға тиклем дөйөм финанс күләме – 172 млрд һум, – тине Илшат Тажитдинов. – Иң ҙур сумма – 150 млрд һумдан ашыу сығымдар «Экология», «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары», «Торлаҡ һәм ҡала мөхите », «Һаулыҡ һаҡлау», «Демография», «Мәғариф», «Мәҙәниәт» милли проекттарына бүленәсәк.

    Төбәк проекттары етәкселәре ярты йыллыҡ һөҙөмтәләр, маҡсатлы күрһәткестәргә ирешеү йәһәтенән күҙаллауҙар менән таныштырҙы, 2019 йыл аҙағынаса өҫтөнлөклө эшмәкәрлек йүнәлештәре тураһында бәйән итте. Айырым иғтибар финанс дисциплинаға бүленде.
    Ултырыш һөҙөмтәһе буйынса Радий Хәбиров айырым күрһәтмәләр бирҙе, «Демография» һәм «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекттары буйынса маҡсатлы күрһәткестәргә ирешеү йәһәтенән бурыстарҙы ентекле билдәләргә ҡушты.


    30 1 2 3 4 5 6
    7 8 9 10 11 12 13
    14 15 16 17 18 19 20
    21 22 23 24 25 26 27
    28 29 30 31 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки