• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Башҡортостанда 662 подъезда ремонт эштәре тамамланған 15.07.19 11:03

    Башҡортостанда 662 подъезда ремонт эштәре тамамланған

    Башҡортостанда республика программаһы сиктәрендә 662 подъезда ремонт эштәре тамамланған, әле 1317 подъезда төҙөкләндереү дауам итә. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев Радий Хәбиров рәйеслегендәге аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

    Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, эштәр графикка ярашлы алып барылмау сәбәпле, төбәк етәксеһе күрһәтмәһенә ярашлы «Башҡортостан Республикаһының төбәк операторы» ойошмаһында идарасы кадрҙар алышынды.
    Борис Беляев эштәрҙең тотҡарланыуының бер-нисә сәбәбен атаны. Беренсенән, ремонт эштәрен башҡарыусы подрядсы ойошмаларҙың мөмкинлектәрен тейешле кимәлдә баһаламау. Икенсенән, килеп тыуған мәсьәләләрҙе оператив рәүештә хәл итмәү.

    Шул уҡ ваҡытта муниципаль берәмектәрҙең күбеһендә урындағы көстәрҙе туплау һөҙөмтәһендә эштәр ваҡытында һәм сифатлы алып барыла.

    Бөгөн подъездарҙы ремонтлау программаһын ғәмәлгә ашырыуҙы координациялау йәһәтенән уңайлы система булдырылған. Оператив мәғлүмәт алышыу ойошторолған, «БР төбәк операторы», министрлыҡ һәм Торлаҡ төҙөлөшөн күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты тарафынан контроль көсәйтелгән. Һөҙөмтәһеҙ подрядсы ойошмалар менән килешеүҙәр өҙөлгән.

    Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев әйтеүенсә,1 сентябргә планлаштырылған 4000 подъездың 80 процентында ремонт эштәре тамамланасаҡ.

    Радий Хәбиров хакимиәт башлыҡтарын тағы ла бер тапҡыр иҫкәртте. Подъездар, беренсе сиратта, халыҡ тарафынан ҡабул ителә. Махсус акттарҙа уларҙың ҡултамғаһы булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта бөгөн 2020 йылда ремонтланасаҡ подъездар исемлеген төҙөү буйынса аныҡ эштәр атҡарылырға тейешлеген һыҙыҡ аҫтына алды.

    Аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында Радий Хәбиров шулай уҡ Ауырғазы районында төшөрөлгән видеояҙманы ҡарарға тәҡдим итте. Балалар бер ниндәй талаптарға тура килмәгән майҙансыҡта уйнай. Башҡортостан етәксеһе комиссия төҙөп был хәлде асыҡларға ҡушты. Ҡала-район хакимиәте башлыҡтарына тағы ла бер тапҡыр үҙ биләмәләрендә тикшереү эштәре үткәрергә, кәрәк икән уйын майҙансыҡтарын тәртипкә килтерергә тигән йөкләмә бирҙе.

    – Был күренеш бөтә муниципаль берәмектәргә лә хас, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең ихаталар иң яҡшы хәлдә тип әйтә алмайбыҙ. Ә бына уларҙы тәртипкә килтереү – беҙҙең төп бурыстарыбыҙҙың береһе.


    30 1 2 3 4 5 6
    7 8 9 10 11 12 13
    14 15 16 17 18 19 20
    21 22 23 24 25 26 27
    28 29 30 31 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки