• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    «Башавтотранс» предприятиеһы ҡала-ара рейстар өсөн яңы автобустар ҡабул итте 15.07.19 10:05

    «Башавтотранс» предприятиеһы ҡала-ара рейстар өсөн яңы автобустар ҡабул итте

    Бөгөн «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһына ҡала-ара рейстарҙа пассажирҙар ташыу өсөн 20 яңы автобус ҡайтарылды.

    Водителдәргә “НефАЗ” асҡыстарын республика етәксеһе Радий Хәбиров тапшырҙы. Уға тиклем төбәк етәксеһе Өфөнөң 1-се автотранспорт предприятиеһында диспетчерҙар эше һәм техник күҙәтеү посы менән танышты. Аҙаҡ яңы автобустарҙың береһен ҡарап сыҡты, водителдәрҙең эш шарттары менән ҡыҙыҡһынды,  пассажирҙар хәүефһеҙлеген  тәьмин итеү мәсьәләһенә айырым иғтибар бүлде.

    «Башавтотранс» предприятиеһы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Надир Самиев әйтеүенсә, яңы автобустар Өфөнән Дүртөйлө, Нефтекама, Октябрьский, Туймазы, Бөрө, Яңауыл, Белорет, Учалы, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез, Баймаҡ, Сибай ҡалаларына, Иҫәнғол ауылына рейстар яһаясаҡ. Бөгөн улар Өфөнөң Көньяҡ автовокзалынан Нефтекама, Октябрьский, Туймазы һәм башҡа йүнәлештәргә сығасаҡ, билеттар һатылған. Муниципаль-ара маршруттар өсөн шулай уҡ бәләкәй һәм уртаса һыйҙырышлы яңы автобустар көтөлә.

    Радий Хәбиров үҙ телмәрендә автобус паркын яңыртыу «Башавтотранс»тың пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртасаҡ һәм республика халҡын уңайлы, хәүефһеҙ транспорт менән тәьмин итәсәк тине.

    Әйтергә кәрәк, предприятие һуңғы мәртәбә автобустар паркын 2016 йылда яңыртҡан.


    30 1 2 3 4 5 6
    7 8 9 10 11 12 13
    14 15 16 17 18 19 20
    21 22 23 24 25 26 27
    28 29 30 31 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки