• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Өфөлә Кинология хеҙмәте үҙәге асылды 12.07.19 14:45

    Өфөлә Кинология хеҙмәте үҙәге асылды

    12 июлдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология хеҙмәте үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашты.

    Төбәк етәксеһе хоҡуҡ һаҡлау органдарына йәмәғәт именлеген тәьмин итеү буйынса атҡарған эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

    – Быйыл Бәләбәй районы буйынса Эске эштәр бүлеге сафҡа инде. Бөгөн кинология үҙәге асыла, – тине Радий Хәбиров. – Артбана да Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матди-техник базаһын нығытыу буйынса ярҙам ҡулыбыҙҙы һуҙасаҡбыҙ тип ышандырам.

    Үҙәк 2011 йылда төҙөлә башлай. Республика Өфөнөң Октябрь районынан ер бүлә, бюджеттан төҙөлөш-монтаж эштәре өсөн 60 млн һум, ә проект эштәре һәм юлдарҙы төҙөкләндереү өсөн 5,3 млн һум аҡса ҡарала. Объект Федераль адреслы инвестиция программаһына индерелә, уның сиктәрендә төҙөлөш эштәрен тамамлау өсөн 260,3 млн һум аҡса бүленә.

    Кинология хеҙмәте үҙәге 7 гектар майҙанда урынлашҡан, ул административ корпус, дөйөм ятаҡ, ябыҡ автомобилдәр туҡталҡаһын, өйрәтелгән эттәр өсөн иркен вольерҙар, спорт-күнекмә майҙансыҡтарын, ветеринария хеҙмәтен, шулай уҡ махсус эттәрҙе үрсетеү өсөн айырым биналарҙы үҙ эсенә ала.
    Радий Хәбиров административ корпус бүлмәләрен, дөйөм ятаҡты, өйрәтелгән эттәрҙең күрһәтмә сығыштарын ҡараны.

    Бөгөн Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы бүлексәләрендә 436 өйрәтелгән эт хеҙмәт итә. Республика кинологтары илдәге иң яҡшы белгестәр рәтендә. Быны Рәсәй кимәлендәге күп һанлы ярыштарҙағы еңеүҙәр раҫлай.


    30 1 2 3 4 5 6
    7 8 9 10 11 12 13
    14 15 16 17 18 19 20
    21 22 23 24 25 26 27
    28 29 30 31 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки