• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Шишмә районына эш сәфәре 13.07.19 11:36

    Шишмә районына эш сәфәре

    13 июлдә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Шишмә районында булды.
    ***
    Шишмә ҡасабаһында төбәк етәксеһе социаль торлаҡ төҙөлөшө менән танышты. Үҙәк урамда 96 фатирлыҡ ике йорт төҙөлгән. Беренсеһе уҙған йылдың ноябрендә тапшырыла. Икенсеһендә 2019 йыл аҙағында эштәр тамамланасаҡ. Был микрорайонда тағы ла алты йорт һәм социаль объекттар төҙөү планлаштырыла. Әммә төҙөүселәр әйтеүенсә, фатирҙар һатылмай. Сөнки был фатирҙарға бары тик социаль ташламаға эйә булған ҡатлам – йәш ғаиләләр, йәтимдәр, мохтаждар ғына дәғүә итә ала. Төҙөлөштө дауам итеү өсөн ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү һәм ташламалы хаҡҡа фатир һатып алыусылар исемлеген киңәйтергә кәрәк.

    – Дүшәмбе «Төҙөлөш сәғәтендә» был һорауҙы айырым ҡарарбыҙ һәм хәл итеү юлдарын барларбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
    ***
    2019 йылда «Шишмә һөт заводында» тулы модернизация тамамлана. Инвесторҙар комплексты яңыртыу өсөн 240 млн һум аҡса һала. Бөгөн завод тәүлегенә 15 тонна һөт эшкәртә. Комплекстың проект ҡеүәте – 60 тонна.

    Төбәк етәксеһе завод цехтарында булып һөт продукцияһы етештереү технологияһы һәм киләсәккә пландар менән танышты. Шишмә һөт заводы директоры Руслан Хәмитов әйтеүенсә, продукция ассортименты яҡын арала киңәйтеләсәк. Бөгөн улар республика магазиндарында һатыла, федераль селтәрҙәр менән килешеүҙәр алып барыла.

    Бөгөн Шишмә шәкәр заводында ла күләмле реконструкция эштәре бара. Заводты яңыртыу өсөн 452 млн һум аҡса бүленәсәк, уларҙың 102 млн һумы республика бюджетынан ҡаралған субсидия. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, заводты модернизациялау һорауҙары төбәк етәксеһе рәйеслегендәге «Инвестиция сәғәтендә» айырым ҡаралды, Сибайҙа үткән «Инвестиция һабантуйы» сиктәрендә махсус килешеүгә ҡул ҡуйылды.

    ***
    Эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров подъездарҙы комплекслы ремонтлау барышы менән танышты. 2019 йылда был программаға райондан 42 подъезд индерелә. Шишмә районы хакимиәте башлығы Флүр Уразмәтов әйтеүенсә, эштәр графикка ярашлы алып барыла, бөгөнгә 18 подъезда эш тамамланған.

    Бынан тыш июлдә Шишмәлә «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса өс биләмә төҙөкләндерелә башлаясаҡ. Заманса һәм хәүефһеҙ балалар майҙансыҡтары урынлаштырыу менән бергә контракт хаҡы 6,7 млн һум тип баһалана.


    ***
    Башҡортостан етәксеһе Шишмә үҙәк район дауаханаһындағы шарттар менән дә танышты. Баш табип Камил Яппаров учреждениела һаҡсыл поликлиника системаһы индерелеүен белдерҙе, дауахананың матди базаһы менән таныштырҙы.

    2016 йылда өлкәндәр һәм балалар поликлиникаһы асылған. Федераль программа сиктәрендә дауахана йәш белгестәр менән тәьмин ителгән, шуға ла был йәһәттән ыңғай динакмика күҙәтелә. Шулай ҙа участка терапевтары, психиатр һәм башҡа тар йүнәлешле белгестәргә һорау ҡала килә.

    Бынан тыш дауаханаға заманса компьютер томографияһы талап ителә. Уның хаҡы – 60 млн һумдан ашыу.
    – Ундай техниканы хеҙмәтләндерә аласаҡһығыҙмы, урынлаштырыу өсөн махсус бина бармы, – тип һораны Радий Хәбиров.

    Район дауаханаһы баш табибы әйтеүенсә, шарттар бар. Әгәр ҙә компьютер томографияһы булһа, бер ыңғай биш район – Шишмә, Дәүләкән, Әлшәй, Благовар һәм Бүздәк райондары халҡын хеҙмәтләндерергә мөмкин буласаҡ.

    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына был һорауҙы төплө өйрәнергә ҡушты.
    ***
    Эш сәфәре барышында Радий Хәбиров Хөсәйенбәк исемендәге мәсеттә һәм Успенский ҡорамында ла булды.

    Шишмә районы имам-мөхтәсибе Зөфәр хәҙрәт был мәсет 2014 йылда төҙөлдө тип белдерҙе. Унда айырым ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр залы, мәҙрәсә бар. Мәсет янында мохтаждарға ярҙам күрһәтеү маҡсатында кризис үҙәге эшләй.

    Халыҡ мәсеткә әүҙем йөрөй, бер үк ваҡытта 600-гә яҡын кешене ҡабул итеү мөмкинлегенә эйә, байрам көндәрендә бында 1000-гә яҡын диндар килә.

    Мәсеттән йырҡ түгел христиандар ҡорамы ла урынлашҡан. Епископ Николай Субботин әйтеүенсә, ғибәҙәт ҡылырға йөрөүселәр шулай уҡ күп. Ҡайһы берәүҙәр бында боронғо тәңре-иконалар ҡалдыра. Реконсрукциянан һуң улар барлыҡ мәхәллә кешеләре өсөн урынлаштырыла. Ҡорамда шулай уҡ йәкшәмбе мәктәбе эшләй.

    Был көндә Шишмә район мәҙәниәт йортонда XVI республика мосолмандары йыйыны үтте. Унда Башҡортостан, күрше төбәктәр һәм сит илдәрҙән килгән дини эшмәкәрҙәр, шул иҫәптән Рәсәйҙең Үҙәк диниә назараты рәйесе, Баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин ҡатнашты. Республика мосолмандары йыйыны делегаттарын Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сәләмләне.


    30 1 2 3 4 5 6
    7 8 9 10 11 12 13
    14 15 16 17 18 19 20
    21 22 23 24 25 26 27
    28 29 30 31 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки