• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындарын ябыу тантанаһы үтте 13.07.19 20:47

    Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындарын ябыу тантанаһы үтте

    Өфөгә LIII Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашырға килгән йәш спортсылар ярыштарҙы ойоштороу, үткәреү кимәлен юғары баһаланы. Был хаҡта улар Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән әңгәмә барышында белдерҙе. Республика етәксеһе «Ватан» этнопаркында уйындарҙы тантаналы ябыу сараһында ҡатнашты.

    Команда вәкилдәре әйтеүенсә, ярыш майҙандарында көсөргәнешле алыш барһа ла, ойоштороусылар төрлө илдән килгән балалар өсөн дуҫтарса, позитив мөхит тыуҙыра алды. Өфө – ҡунаҡсыллыҡтың асыҡ өлгөһө һәм күләмле сараларҙы профессиональ кимәлдә ойоштоу йәһәтенән лайыҡлы миҫал була алды. Башҡортостанға беренсе тапҡыр килгән ҡунаҡтар, бында тағы ла килергә теләүҙәрен белдерҙе.

    Үҙ сиратында Радий Хәбиров Өфө һәм республика халыҡ-ара әһәмиәттәге ярыштар ойоштороу хоҡуғын киләсәктә лә яҡлаясаҡ тип ышандырҙы.

    Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты президенты Торстен Раш атҡарылған эшкә шулай уҡ юғары баһа бирҙе һәм төбәк, ҡала етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.

    – Өфө уйындарҙы иң юғары кимәлдә үткәрергә вәғәҙә биргәйне. Улар бөтә бурыстарҙы 100 процентты уҙҙырып үтәне, – тине Торстен Раш үҙ сығышында. – Сара иҫ китмәле юғары кимәлдә үтте.

    Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин ойоштороусыларға һәм ҡатнашыусыларҙа рәхмәт белдерҙе. Билдәләп үтәбеҙ, Өфө командаһы лайыҡлы сығыш яһап йәмғеһе 25 миҙал яуланы һәм рәсми булмаған зачётта беренсе урынға сыҡты.

    Халыҡ-ара балалар уйындары флагы тантаналы шарттарҙа Венгрияның Кечкемет ҡалаһына тапшырылды, 2020 йылда балалар олимпиадаһы тап ошо ҡалала үтә.


    30 1 2 3 4 5 6
    7 8 9 10 11 12 13
    14 15 16 17 18 19 20
    21 22 23 24 25 26 27
    28 29 30 31 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки