• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Өфөлә спорт әҙерлеге үҙәге асылды 10.07.19 17:16

    Өфөлә спорт әҙерлеге үҙәге асылды

    10 июлдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров мөһим спорт объекты – халыҡ-ара кимәлдәге ярыштар ҡабул итә алыу мөмкинлегенә эйә – Спорт әҙерлеге үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашты. Яңы комплек LIII Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул итәсәк тә инде.

    – Меңәрләгән балаға спорт менән шөғөлләнергә уңайлы шарттар тыуҙырылыуына ихлас шатмын, – тине Радий Хәбиров. – Уларҙың ҡайһы берҙәре ошо сарала ҡатнашҡан ҡунаҡтар кеүек Олимпия уйындары чемпионы булыр тип ышанам. Ғөмүмән, ныҡ рухлы, сәләмәт, илһөйәр, лайыҡлы кешеләр булып үҫерҙәр. Республикала ошондай спорт үҙәктәре күберәк булыуын теләйем, беҙ уларҙы төҙөйәсәкбеҙ.

    Йәш спортсыларҙы Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Сергей Косилов, олимпия чемпиондары  – Дәүләт Думаһы депутаты Александр Карелин, Рәсәйҙең Олимпия комитеты секретары Анастасия Давыдова, Спорт көрәше федерацияһы Президенты Михаил Мамиашвили һәм Рәсәйҙең Олимпия комитеты башҡарма комитеты ағзаһы Александр Попов, шулай уҡ 13 тапҡыр паралимпия чемпионы, Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова сәләмләне.

    Затон биҫтәһендә урынлашҡан комплекстың дөйөм майҙаны 37 мең кв.м. Бер ыңғай ул 3900 спортсы һәм тамашасыны ҡабул итә ала. Бында 49 спорт төрө буйынса (шул иҫәптән физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә) тренировкалар үткәреү өсөн шарттар тыуҙырылған.
    Үҙәк үҙ эсенә дүрт универсаль һәм махсус спорт залын, ҙур демонстрация комплексын, дүрт бассейн, асыҡ еңел атлетика майҙанын, медицина үҙәген, ҡунаҡхананы ала. Төҙөлөш өсөн төп сығым республика ҡаҙнаһынан бүленә.


    26 27 28 29 30 31 1
    2 3 4 5 6 7 8
    9 10 11 12 13 14 15
    16 17 18 19 20 21 22
    23 24 25 26 27 28 29
    30 1 2 3 4 5 6


    Открытая республика
    Ссылки