• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров Рәсәй дәүләт циркы етәксеһе Владимир Шемякин менән осрашты 11.07.19 12:32

    Радий Хәбиров Рәсәй дәүләт циркы етәксеһе Владимир Шемякин менән осрашты

    11 июлдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәй дәүләт циркы генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Владимир Шемякин менән осрашты. Яҡтар Өфө циркы бинаһын реконструкциялау һәм цирк сәнғәтен үҫтереү тураһында фекер алышты.

    – Беҙ Өфө дәүләт циркының киләсәге тураһында борсолабыҙ. Халыҡ та йыш ҡына ошо һорау менән мөрәжәғәт итә, – тине Радий Хәбиров. – Әлбиттә был йәһәттән һеҙҙең ярҙамға өмөт итәбеҙ. Миллионлы ҡала тип иҫәпләнгән Өфөлә был объекттың яңынан эшләй башлауы бик мөһим.

    Владимир Шемякин әйтеүенсә, Рәсәй дәүләт циркы тарафынан Өфө циркын реконструкциялау буйынса алгоритм төҙөлгән. Был һорау буйынса Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский менән дә һөйләшеүҙәр үткән.

    Бөгөн проект документацияһын әҙерләү һәм тирә-яғын тәртипкә килтереү буйынса сығымдарҙы республика үҙ өҫтөнә алырға тейеш. Ә реконструкция Рәсәй дәүләт циркы тарафынан тормошҡа ашырыласаҡ. Башҡарыласаҡ эштең яҡынса хаҡы 1 млрд һум тип баһалана.


    1 2 3 4 5 6 7
    8 9 10 11 12 13 14
    15 16 17 18 19 20 21
    22 23 24 25 26 27 28
    29 30 31 1 2 3 4


    Открытая республика
    Ссылки